— Һигеҙ баламдың дүртәүһе бәлиғ булмаған һәм мәктәптә уҡый. Бөтәбеҙ бергә ауылдағы бәләкәй генә йортта торабыҙ. Минең түләүһеҙ ер участкаһы алыуға хоҡуғым бармы?
Рәйсә.
Краснокама районы.
— Башҡортостанда, федераль ҡануниәттән тыш, хоҡуҡ мөнәсәбәттәренең был тармағын көйләүсе тағы ике закон бар. “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Закондың 9-сы статьяһына ярашлы, ишле ғаиләләр баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн тәүге сират тәртибендә ер участкаһы юллай ала, ә “Башҡортостанда ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Закондың 10-сы статьяһы буйынса, өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән граждандарға шәхси йорт һалыу өсөн ер бер тапҡыр түләүһеҙ бирелә. Был республиканың ер мөнәсәбәттәре өлкәһен көйләүсе вәкәләтле башҡарма власть органдары йәки урындағы үҙидара органдары аша эшләнә. Ергә дәғүә итеүсе граждандар иҫәбе шулай уҡ вәкәләтле орган тарафынан алып барыла. Участка йәшәгән урын буйынса, ғаризаның ҡасан ебәрелеүенә ҡарап, сират тәртибендә бирелә.
Ер алыу һәм сиратҡа тороу өсөн түбәндәге документтарҙы тапшырырға кәрәк:
— ирҙең йә ҡатындың шәхесен раҫлаусы документтар күсермәһе;
— әгәр документтарҙы вәкил тапшырһа, нотариуста раҫланған ышаныс ҡағыҙы;
— никах тураһындағы таныҡлыҡ (ул рәсми теркәлгән осраҡта);
— балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлығы йәки, 14 йәштәре тулһа, паспорт күсермәһе;
— опека һәм попечителлек органынан ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителмәү тураһындағы белешмә;
— йәшәгән урынығыҙ буйынса урындағы үҙидара органы тарафынан бер тапҡыр һәм түләүһеҙ ер алмауығыҙҙы дәлилләп бирелгән белешмә;
— Берҙәм дәүләт реестрынан күсемһеҙ милеккә хоҡуғығыҙ һәм уның менән бәйле эштәрегеҙ тураһында белешмә (ата-әсәнең икеһе өсөн дә).