Барыһы ла йәштәр өсөн11.06.2013
Башҡортостан Президенты “Рәсәй йәмәғәт телевидениеһы” федераль каналы хәбәрселәренә интервью бирҙе. Осрашыу Бүздәк районында булды. Журналистар унда республика тураһында сюжеттар әҙерләү өсөн килгән икән.

Хәбәрсе Рөстәм Хәмитовтан сәсеү эштәре барышы һәм республикала ауыл хужалығына ярҙам йөҙөнән тормошҡа ашырылған программалар тураһында һорашты.
— Башҡортостан — ауыл хужалығы буйынса илдә алдынғыларҙың береһе. Сәсеү яҡшы үтте, ике миллион гектарҙан ашыу ергә орлоҡ һалынды. Шулай уҡ һөт етештереүҙе үҫтерәбеҙ, был күрһәткестәр буйынса беҙ Рәсәйҙә тәүге урындарҙа, — тине Рөстәм Зәки улы.
Федераль үҙәк менән һалымдарға бәйле мөнәсәбәттәр ҙә ҡыҙыҡһындырҙы хәбәрсене.
— Был — мәңгелек мәсьәлә. Башҡортостанда 450 миллиард һум һалым йыйыла, әммә төбәк ҡаҙнаһында шуның 100-110 миллиарды ғына ҡала. Тағы 30-40 миллиард һумы, субвенция булараҡ кире ҡайта ла ул, әммә тигеҙһеҙлек бар, быны барыһы ла күрә. Беҙ, әлбиттә, республикала һалымдарҙың күберәк өлөшө ҡалыуын теләйбеҙ, — тине Президент.
— Һеҙ әле сығыш яһағанда йәштәргә мөрәжәғәт итеп, уларҙың ауылдан китмәүен, киткән осраҡта ла кире әйләнеп ҡайтыуын һоранығыҙ. Борсолорлоҡ сәбәп бармы әллә? — тип ҡыҙыҡһынды хәбәрсе.
— Әлбиттә, бар. БДИ системаһы тормошҡа ашырыла башлау менән уҡыусыларыбыҙ Мәскәүҙәге, Санкт-Петербургтағы юғары уҡыу йорттарына күпләп инә башланы. Беҙгә уларҙы ҡайтарыу мөһим. Әле йәштәргә ярҙам күрһәтеү буйынса төрлө программалар эшләнә: мәҫәлән, торлаҡ, эш хаҡы мәсьәләләрен хәл итеүҙе еңелләштерәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.


Вернуться назад