Инвестор бәрәкәтле ергә килә11.06.2013
Рөстәм Хәмитов АҠШ-тан килгән Ҡорамал етештереүселәр ассоциацияһы делегацияһы менән осрашты.
— Киләсәктәге хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен барлайбыҙ. АҠШ менән Башҡортостан араһында сауҙа өлкәһендәге үҙ-ара бәйләнештәр нығый. Әйләнеш йылына 197,7 миллион долларға баһалана. Әле республикала АҠШ капиталы һалынған 16 предприятие эшләй. Миңә ҡалһа, был күп түгел. Киләсәктә тауар әйләнешен үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Күптән түгел Башҡортостан делегацияһы АҠШ-ҡа эшлекле осрашыуға барып ҡайтты, унда энергетика, сәнәғәт, ауыл хужалығы өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре ҡаралды, бынан тыш, юл төҙөү, IT- технологияларҙы үҫтереү мөмкинлектәре барланды. Республикала инвесторҙарҙы йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, шуға ла капитал ағымы йылдан-йыл арта, һәм быйыл сит илдән килгән инвестициялар 600 миллион долларға етте, – тине Рөстәм Зәки улы.
Һуңғы йылдарҙа беҙҙә бизнес өсөн уңайлы мөхит булдырылды. Был йәһәттән “Форбс” журналының рейтингына һылтанырға мөмкин: улар Рәсәй ҡалалары араһынан Өфөнө икенсе урынға ҡуйған. Бынан тыш, 150 мең доллар инвестиция һалған эшҡыуарҙарҙы ун йылға һалымдан азат итергә булдылар. Башҡа төбәктәр бындай ҡыйыу аҙымдар менән маҡтана алмай.
Ҡорамал етештереүселәр ассоциацияһының халыҡ-ара эшмәкәрлек буйынса координаторы Александер Расс иһә Башҡортостанға ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килеүен билдәләне.
— Башҡортостан вәкилдәре менән АҠШ-ҡа эш сәфәре барышында танышҡайным. Вашингтонда һәм Колумбияла үткән осрашыуҙар мәлендә республика менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре барланды, – тине ул.