Яңырасаҡ ҡалабыҙ11.06.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Юрий Трутнев Өфөләге ҡайһы бер объекттарҙың төҙөлөшөн ҡарап сыҡты.
ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан яңыртып ҡоролоусы Конгресс-холл Өфө буйлап сәфәрҙә тәүге пункт булды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Рөстәм Хәмитов менән Юрий Трутневҡа саммиттарға әҙерлек барышында Өфөлә башҡарыласаҡ эштәр хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, реконструкциянан һуң Конгресс-холл бинаһында дәүләт башлыҡтары өсөн махсус бүлмәләр, туҡланыу, һөйләшеү, фотоға төшөү урындары барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, бина янында еңел конструкцияларҙан ҙур павильон ҡороласаҡ.
Реконструкция планына шулай уҡ сквер булдырыу инә. Конгресс-холл урынлашҡан тауҙың битләүенән Ағиҙел ярына төшөү мөмкинлеге тыуасаҡ. Бының өсөн йөҙгә яҡын йорт һүтеләсәк, уларҙа йәшәгән халыҡ ошо уҡ райондағы яңы торлаҡҡа күсереләсәк. Ҙур саралар айҡанлы бер нисә социаль объект, шул иҫәптән “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы яңыртыла. Бында бизнес-форум үткәреү күҙаллана.
Артабан Юрий Трутнев менән Рөстәм Хәмитов “Динамо” стадионына юлланды. Бында Паралимпия үҙәген төҙөү проекты тәҡдим ителде. 2,5 миллиард һумға төшәсәк үҙәктең дөйөм майҙаны — 13 гектар, биналарҙыҡы 37 мең квадрат метр тәшкил итә.
Өфө буйлап сәфәр аҙағында Ағиҙелдең яр буйы ҡаралды. Уны дүрт этапта яңыртыу планлаштырыла, эште 2019 йылға тамамлаясаҡтар.