АҠШ Ҡытайға дуҫмы, дәғүәсеме?11.06.2013
Ҡытай дәүләте башлығының Америкаға рәсми булмаған эш сәфәре менән барыуы үткән арауыҡтың мөһим ваҡиғалары булғандыр.
Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин Калифорния штатында АҠШ президенты Барак Обама менән осрашты. Ул әлеге вазифаһында АҠШ еренә тәүләп аяҡ баҫа. Барак Обама иһә ғинуарҙа ғына президент булараҡ икенсе мөҙҙәтен үтә башланы. Ошондай шарттарҙа ике лидерҙың тикшерәһе мәсьәләләре байтаҡ ине.
Шуны билдәләргә кәрәк: бөгөн донъяла иҡтисади үҫеш буйынса был илдәргә тиңләшеүсе юҡ. Шул уҡ ваҡытта улар араһында проблемалар ҙа бар. АҠШ-ты айырыуса Ҡытай хакерҙарының шымсылыҡ итеүе һәм уларға ҡарата власть тарафынан бер ниндәй ҙә сара күрелмәүе борсой. Ике ил араһындағы һуңғы ыҙғышҡа тап ошо сәбәпсе булды. АҠШ хәрбиҙәре Ҡытай хакерҙарын илдең оборона системаһына бәйле мәғлүмәттәрҙе урлауҙа ғәйепләй. Ҡытай үҙ сиратында дәғүәләрҙе кире ҡаға килде. Си Цзиньпин Барак Обамаға ошо хаҡта аңлатма бирҙе.
Лидерҙарҙың осрашыуы ике көнгә һуҙылып, Аҡ йортта түгел, ә шәхси виллала үтте. Америкаға рәйестең тормош иптәше, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булып танылған Пэн Лиюань дә килгәйне. Ул, әйткәндәй, ире менән Мәскәүҙә лә булды. Ҡытайҙа был ханымдың абруйы бик юғары. Ҡайһы бер әсе телле ватандаштары: “Кем ул Си Цзиньпин?” тигән һорауға “теге билдәле йырсы Пэн Лиюандең ире”, — тип мәрәкәләй икән. Илебеҙҙә Людмила Путинаның исеме Владимир Владимировичтыҡынан алдараҡ йөрөүен күҙ алдына ла килтереп булмайҙыр.
Си Цзиньпин менән Барак Обаманың осрашыуына килгәндә, илдәр араһында иҡтисади хеҙмәттәшлекте артабан да үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. Ҡытай лидерының сит илгә тәүге сәфәре Рәсәйгә булһа ла, иҡтисади бәйләнештәр йәһәтенән АҠШ күпкә өҫтөн тора. Мәҫәлән, былтыр Рәсәй менән Ҡытай араһындағы тауар әйләнеше 90 миллиард доллар самаһы тәшкил итһә, АҠШ менән ҠХР-ҙыҡы 500 миллиард долларға баһалана. Ә иҡтисади хеҙмәттәшлек туранан-тура сәйәсәткә барып бәйләнә. Тик Ҡытай менән АҠШ мөнәсәбәттәренең үтә лә яҡынайып китеүе бик икеле, сөнки социалистик йүнәлештә үҫешеүсе коммунистик Ҡытай менән күптән капиталистик ҡоролош тамыр йәйгән АҠШ-тың идеология йәһәтенән уртаҡлығы булыуы мөмкин түгел. Бөгөн был ике ил араһында лидерлыҡ өсөн ысын мәғәнәһендә көрәш бара, һәм “тотороҡло тигеҙлек” булмаҫтыр. Әлеге үҫеш тиҙлеген һаҡлап ҡала алһа, Ҡытайҙың бер нисә йылдан иҡтисади үҫеш буйынса АҠШ-ты уҙып китеүе лә ихтимал. Ул сағында инде Американың Көнбайыш Европа илдәренә лә йоғонтоһо кәмейәсәк.
Ике ил лидерҙарының осрашыуы барышында Төньяҡ Корея мәсьәләһе лә тикшерелде. Билдәле булыуынса, был ил етәкселеге, ядро ҡоралы булыуына маһайып, Көньяҡ Кореяға яҫҡына. Корея ярымутрауындағы көсөргәнеште Ҡытай арҡылы ғына хәл итеп буласағын АҠШ-та яҡшы аңлайҙар. Бында Ҡытайҙың йоғонтоһо бик көслө. Улай ғына түгел, Ҡытай был илде икмәк менән генә тәьмин итеп ҡалмай, ҡоралланыуҙа ла ярҙам күрһәтә. Шуға ла КХДР лидеры Ким Чен Ирҙың “ҡойроғона” Ҡытай ярҙамында баҫмаҡсылар. Әйткәндәй, рәсми Пхеньян менән Сеул араһында ярашыуға табан бер яҙым яһалды ла инде — 9 июндә сик буйындағы Пханмундж ҡалаһында ике дәүләт илселәренең осрашыуы уҙҙы.