Төрлө йүнәлештәр ҡарала08.06.2013
Октябрҙә ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында Башҡортостан Республикаһы менән халыҡ-ара таныштырыу сараһы уҙғарыла.

Донъя йәмәғәтселеге һәм эшлекле даирәләр иғтибарына республикабыҙҙың мәҙәниәт, сәнғәт, тәбиғәт өлкәһендәге ҡеүәте тәҡдим ителәсәк. Ваҡиға ЮНЕСКО менән Башҡортостан араһындағы 15 йыллыҡ хеҙмәттәшлектең логик дауамына әүереләсәк. Ул төбәктең халыҡ-ара ойошма программаларында ҡатнашыуының киләһе дәүерҙәрен билдәләй, яңы инвестицияларға һәм проекттарға нигеҙ һала. Был осорҙа штаб-фатирҙа 200-ҙән ашыу ил вәкиле ҡатнашлығында ЮНЕСКО-ның Башҡарма комитеты ултырышы уҙғарыла.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкселегендәге республика делегацияһының Парижға сәфәре барышында төбәк өсөн әһәмиәтле ваҡиғаға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде. Лилиә Салауат ҡыҙы Рәсәйҙең Франциялағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Орлов, Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәге директоры Игорь Шпынов, ЮНЕСКО-ның штаб-фатиры Секретариаты вәкилдәре менән осрашты.
Секретариатта сара барышында ойоштороласаҡ күргәҙмә, гала-концерт, “түңәрәк өҫтәл”дәр, Башҡортостан Президенты исеменән ҡабул итеү мәсьәләләре тикшерелде. Сәфәрҙә халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең башҡа йүнәлештәре лә ҡаралды. Атап әйткәндә, Башҡортостан менән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы араһында мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйыу хаҡында һүҙ бара.


Вернуться назад