Дуҫ йәшәүгә ни етә!08.06.2013
— Бөгөн ысын мәғәнәһендә тарихи көн. Рәсәйҙең ике ҙур төбәге араһында килешеү төҙөлә. Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе гел йылы мөнәсәбәттә булды. Хәҙер иһә тағы бер баҫҡысҡа күтәреләбеҙ — закондар сығарыу эшмәкәрлегендә лә хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ. Был беҙҙең төбәктәрҙә йәшәгән халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға этәргес булыр тип ышанам. Күршеләр аңлашып, дуҫ йәшәргә тейеш, – тине Силәбе өлкәһенең Закондар сығарыу Йыйылышы Рәйесе Владимир Мякуш ике төбәктең парламенты араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев:
— Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе иҡтисади һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәргә эйә. Закондар сығарыу өлкәһендә лә күптән кәңәшләшеп, бер йүнәлештә эшләй инек. Әлеге килешеү нигеҙендә артабанғы эшмәкәрлегебеҙ тағы ла һөҙөмтәлерәк булыр тип ышанам, – тине.
Республиканан өлкәгә дизель яғыулығы, ҡорос канат, полиэтилен, мазут, шулай уҡ киң ҡулланыу тауары, һөт продукцияһы, минераль һыу һәм башҡалар оҙатыла. Силәбенән республикаға ҡара металл, ҡорос торба, цемент, буялған ҡалай, йөк автомобиле, күн аяҡ кейеме, кондитер һәм макарон изделиелары ҡайтарыла. Ике төбәктең дә тырышлығы менән сиктәге юлдар, юл ҡоролмалары төҙөлә.