Талаптарҙы үтәү мөһим08.06.2013
Өфөлә Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Юрий Трутнев етәкселегендә кәңәшмә булды. Унда Волга буйы федераль округына ҡараған 12 төбәктең вәкилдәре ҡатнашты.

Сарала илебеҙ үҫешенә бәйле мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Төбәктәрҙә ер ресурстарын файҙаланыу, урман хужалығын үҫтереү, шулай уҡ инвестиция йәлеп итеү буйынса фекер алышыу барҙы.
Юрий Трутнев белдереүенсә, Дәүләт советы ултырышының күпселек йүнәлтмәләре төбәктәргә ҡарай. Рәсәй Президенты күрһәтмәләренең нисек үтәлеше етди тикшерелде.
— Ил башлығының талаптарын үтәү — бөтәбеҙ өсөн дә мөһим маҡсат, — тине республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең республикала ла был эш юғары кимәлдә ойошторола.
Кәңәшмәлә төбәктәр бюджеты, Рәсәй Президентының май айындағы указдарын бойомға ашырыу тураһында ла һүҙ барҙы.


Вернуться назад