Етемдәр торлаҡһыҙ интекмәһен08.06.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте Президиумы ултырышын үткәрҙе. Унда етем һәм ата-әсә хәстәренән мәхрүм ҡалған балалар өсөн махсус торлаҡ фондын ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды, 2030 йылға тиклем дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын камиллаштырыу һәм үҫтереү стратегияһына, 2013 – 2018 йылдарға иҫәпләнгән “Башҡортостан Республикаһының транспорт системаһын үҫтереү” айырым маҡсатлы оҙайлы программаһына ҙур иғтибар бирелде.

Махсус торлаҡ фондын ойоштороу мәсьәләһенә килгәндә, был проектты республика башлығы ныҡлы тәнҡитләне һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты.
— Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар яҙмышы — киҫкен һәм ҡатмарлы проблема, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙ уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә байтаҡ аҡса бүләбеҙ. Һуңғы өс йылда республика ҡаҙнаһынан ошо маҡсатҡа 1 миллиард 254 миллион һум йүнәлтелгән, 1 272 бала торлаҡ алған.
Былтырҙан башлап етемдәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү вәкәләттәре урындағы үҙидара органдарына йөкмәтелде. Төп проблема — ошо маҡсатҡа бүленгән аҡсаны тулыһынса үҙләштермәү. Бының бер нисә сәбәбе бар: билдәләнгән хаҡ буйынса 33 квадрат метрлыҡ эконом класлы әҙер торлаҡты һайлау һәм һатып алыуҙың ҡатмарлылығы (Өфөлә бер квадрат метрҙың хаҡы — 30,7 мең һум, райондарҙа — 23,6 мең һум), социаль торлаҡ төҙөүгә ер бүлеүҙең, инженерлыҡ инфраструктураһын әҙерләүҙең оҙаҡҡа һуҙылыуы. Былтыр торлаҡ алырға тейешле 98 бала әлегә тиклем сиратта тора.
— Һөҙөмтәлә етемдәр хоҡуғын яҡлауҙы һорап судҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Уларҙың дәғүәһе ғәҙел: аҡса йәһәтенән тотҡарлыҡ юҡ, “Госстрой”ға ул ваҡытында һәм тулыһынса тапшырылған, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ойоштороу мәсьәләләре һүлпән хәл ителә. Был тормошта ышаныслы таянысы булмаған етемдәрҙең сыҙамлығын һынауҙы дауам итәләр.
2030 йылға тиклем дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын камиллаштырыу һәм үҫтереү стратегияһы республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында ҡайһы бер иҫкәрмәләр менән ҡабул ителде.


Вернуться назад