Сит ил банкында аҡсаң бармы, кандидат?08.06.2013
29 майҙа федераль ҡануниәт менән яраштырыу маҡсатында эшләнгән “Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Башҡортостан законы рәсми баҫылып сыҡты.
2013 йылдың 7 майындағы “Кешеләрҙең айырым категорияларына Рәсәй Федерацияһы биләмәһенән ситтә урынлашҡан сит ил банктарында иҫәп (вклад) асыуҙы, ҡулаҡса һәм ҡиммәттәр һаҡлауҙы, сит ил финанс сараларына хужа булыуҙы һәм (йәки) файҙаланыуҙы тыйыу тураһында”ғы Федераль закон ҡабул ителеүгә бәйле Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Федераль закон Рәсәй төбәктәрендәге дәүләт власы органына, муниципаль район һәм ҡала округы башлығы вазифаһына дәғүә иткән кандидатҡа бер нисә талап ҡуя. Кандидат билдәләнгән тәртиптә һайлау комиссияһына үҙе, ҡатыны (ире), бәлиғ булмаған балалары эйә булған Рәсәйҙән ситтәге күсемһеҙ мөлкәт, уны һатып алыу өсөн ҡайҙан аҡса табыуы, мөлкәткә ҡағылышлы йөкләмәләре тураһындағы, шулай уҡ ер, башҡа күсемһеҙ милек объекты, транспорт сараһы, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, акциялар һатып алыу буйынса сығымдары хаҡындағы мәғлүмәттәр тәҡдим итергә тейеш
Бынан тыш, кандидат теркәлеү мәле тамамланғанға тиклем сит ил банкындағы иҫәбен (вкладын) ябырға, ҡулаҡса һәм ҡиммәттәр һаҡлауын туҡтатырға, сит ил финанс сараларын файҙаланыуҙан баш тартырға бурыслы.
Республика законында “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыу хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондағы документтар тәҡдим итеүгә ҡағылған үҙгәрештәр ҙә сағыла. Федераль ҡануниәт менән яраштырыу тәртибендә шулай уҡ һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың һайлау ғәмәлдәре ваҡыты аныҡлана. Мәҫәлән, тейешле территориаль (округ) һайлау комиссияһы участка комиссияларына тауыш биреү көнөнә тиклем 10 көндән дә һуңға ҡалмайынса аныҡ участкалағы һайлаусылар исемлегенең тәүге данаһын тапшыра. Элек был ваҡыт 20 көн тәшкил итә ине.


Вернуться назад