Көрәштә тәүге аҙым07.06.2013
Тәфтиш комитеты һәм полиция хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында, Ҡариҙел районы хакимиәтендә һәм Ҡариҙел урмансылығында тентеү үткәрҙе.

Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, сара ошо ойошмаларҙағы кешеләрҙең вазифа вәкәләттәрен арттырыуына бәйле ҡуҙғатылған енәйәт эшен тикшереүгә ҡағыла. Был чиновниктар эшҡыуар ҡатынды асыҡ сауҙалашыуға индермәгән. Ҡатын хоҡуҡтарының боҙолоуы хаҡында тәфтиш органдарына хәбәр иткән.
Ведомство хеҙмәткәрҙәренең енәйәт эшен тикшереүгә ҡарата республика Президенты Хакимиәтенән дә аңлатма бирҙеләр. Урман хужалығы министрлығындағы чиновниктарҙың вәкәләттәрен арттырыуына бәйле енәйәт эше ҡуҙғатыу — тармаҡтағы коррупцияға ҡаршы көрәштең тәүге аҙымы ғына, тигән фекер белдерҙеләр унда. “Президент урман тармағындағы тәртип боҙоуҙар мәсьәләһен күп тапҡыр күтәрҙе, көс структураларынан системалы көрәш башлауҙы талап итте. Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу, ташыу, коррупция, һалымдан ҡасыу — йылдар буйы тупланған ошо мәсьәләләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле лә хәл ителеүҙән йыраҡ тора. Законһыҙ ғәмәлдәргә ҡаршы эш дауам итер, ҡанунды боҙоусылар, ниндәй вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, хөкөмгә тарттырылыр, тип ышанабыҙ”, — тине Башҡортостан Президентының матбуғат секретары Артем Вәлиев.


Вернуться назад