Тирәкле тергеҙелә06.06.2013
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары ҡарарына ярашлы Нуриман районында Тирәкле ауылы тергеҙелә.
Республика парламентының пленар ултырышында географик объект булдырыу тураһындағы закон проекты һуңғы уҡыуҙа ҡаралды.
Тирәкле ауылы 1982 йылда ғәмәлдән сыға, әле ул — дача ҡасабаһы. Бер ғаилә унда даими йәшәй, ҡалғандар яҙ, йәй һәм көҙ ҡайта. Биләмәгә электр үткәрелгән. Урындағы халыҡ мал үрсетә, баҡса үҫтерә, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ауылдың атамаһы халыҡ телендә һаҡланып ҡалған. Шуға күрә уны тергеҙергә тәҡдим ителде.