Башҡортостан Хөкүмәтенең 7 декабрҙәге ҡарары менән “Башҡортостан Республикаһында 2012—2014 йылдарҙа граждандарҙың айырым категорияларына теш протездары ҡуйыу буйынса социаль ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу” айырым маҡсатлы республика программаһына үҙгәрештәр индерелде, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Теш протездары ҡуйғанда дәүләт ярҙамы күрһәтелгән кешеләр даирәһе киңәйтелә. Хәҙер биш һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы әсәләр ҙә ошондай уҡ льготаға эйә. Исемлекте киңәйтергә тәҡдим иткән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың был күрһәтмәһе күп балалы һәр өсөнсө әсәнең тиерлек теш ҡуйҙырыуға мохтажлығы менән бәйле.
Күмәк балалы ҡатындарҙың организмына кальций һәм фосфор күп талап ителә. Шул уҡ ваҡытта был минералдарҙы дарыу йәки аҙыҡ-түлек менән генә тулыландырып булмай. Һөҙөмтәлә ҡатындарҙың теш структураһы боҙола. Әле республикала күп балалы 2 370 әсә бар.
Башҡортостанда даими йәшәгән, пенсияһына социаль өҫтәмә алған һәм теш ҡуйҙырыуға мохтаж булған ололарҙың да ошо хоҡуғы һаҡланып ҡала.
Программаға ярашлы, теште льготалы ҡуйыуға йәки протездарҙы йүнәтеүгә субсидия өс йылға бер тапҡыр бирелә. 2012 йылдан 2014 йылға тиклем ошо программала 18 мең самаһы кеше ҡатнашасаҡ, ә республика ҡаҙнаһынан финанслау күләме 133,65 миллион һум тәшкил итәсәк.
А. ХӘЛИЛОВ.