Үҙгәрештәр көтәбеҙ05.06.2013
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә хоҡуғын яҡлауҙы тәьмин итеү һәм муниципаль торлаҡ контроле өлкәһендәге ҡануниәтте тормошҡа ашырыу барышы тураһында” парламент тыңлауҙары булды.

Уның эшендә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин һәм башҡалар ҡатнашты.
Парламент тыңлауы барышы тура эфирҙа Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай сайтында күрһәтелде. Теләгән кеше фекерен, тәҡдимен әйтә алды.
Константин Толкачев Башҡортостанда торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр ниндәй закондар нигеҙендә башҡарылыуы, был хоҡуҡи акттарҙың төп маҡсаты тураһында һөйләне.
Республиканың торлаҡ фонды 91,6 миллион квадрат метр тәшкил итә, уның 90 проценттан ашыуы — шәхси милектә.
Сергей Афонин үҙ сығышында:
— Капиталь ремонт тураһында ҡабул ителәсәк яңы законға ярашлы, 2014 йылдан капиталь ремонт өсөн өҫтәмә түләүҙәр индереләсәк. Был Торлаҡ кодексындағы үҙгәрештәргә бәйле. Беҙ йыл дауамында төбәк фондын булдырырға тейешбеҙ, — тине.


Вернуться назад