Инвестиция — үҫеш нигеҙе05.06.2013
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестиция шарттарын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советының сираттағы ултырышы булды. Уны Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, инвестиция әүҙемлегенең артыуы һәм күрһәткестәрҙең яҡшырыуы күҙәтелә. Ил кимәлендә иһә инвестициялар күләме йәһәтенән 15-се урындан 12-сегә күтәрелгәнбеҙ. Һуңғы ике йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда, инвестицияларҙың күләме ике тапҡырға артҡан. Бының төп сәбәбе — республикала инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырылыуында. Былтыр, мәҫәлән, килем һалымына ташламалар ҡаралған закон үҙ көсөнә инде, һалым ставкаһы төшөрөлдө.
Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында инвестицияларҙың дөйөм күләме буйынса республика алтынсы урынға сыҡҡан. Былтыр 23 илдән 600 миллион долларлыҡ инвестициялар йәлеп ителгән. Кипр, Австрия, Германия, Корея менән әүҙем хеҙмәттәшлек булдырылған.
Ултырышта бәләкәй һәм ҙур эшҡыуарлыҡтың үҫеше тураһында ла һүҙ барҙы. Бының өсөн уңайлы мөхит булдырылған, махсус программалар бар. Йүнәлеште әүҙемләштереү өсөн тағы нимәләр эшләргә кәрәк? “Башҡортостандың атҡаҙанған эшҡыуары” тигән маҡтаулы исем булдырырға тигән тәҡдим менән сығыш яһаусылар ҙа булды. Президент был юҫыҡта уйланырға саҡырҙы.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Евгений Мавриндың сығышынан һуң, Рөстәм Хәмитов “Инвестиция шарттарын яҡшыртыу буйынса агентлыҡ” булдырырға тәҡдим итеп, был ойошма ошо арала эшләй башларға тейеш, тип белдерҙе.
Республика Президенты ултырышта ҡатнашыусыларҙы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттарына әҙерләнеү барышы менән таныштырҙы. “Төҙөлөш барышын ҡарап сыҡтым, барыһы ла планға ярашлы бара. Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашҡанда, ул саммиттарҙың юғары кимәлдә үтәсәгенә шикләнмәүен белдерҙе”, – тине Рөстәм Зәки улы.