Һыуыбыҙ ҙа, һауабыҙ ҙа һаман бысрана...05.06.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикала хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эшләүсе координация кәңәшмәһе ултырышын уҙғарҙы. Унда экология торошон контролдә тотоу темаһы ҡаралды.
— Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләһе һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә, ул халыҡты борсой. 2011 йылда экология проблемаларын хәл итеү өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәйнек. Уларҙың күпселеге бөгөн уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, “Өфөхимпром” менән Семеновка алтын сығарыу фабрикаһында йыйылған зыянды бөтөрөү буйынса федераль маҡсатлы программаға индереүгә өлгәштек. Әгәр ул Рәсәй Хөкүмәте кимәлендә раҫланһа, яҡын йылдарҙа инвестицияға өмөт итә алабыҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Президент әйтеүенсә, һауаның бысраныу кимәлен автоматик рәүештә мониторинглау системаһын үҫтереү дауам итә. Стәрлетамаҡ янындағы Кантюковка ауылы ҙур экологик зыян күргән. “Газпром нефтехим Салауат” концерны заводынан Ағиҙелгә нефть продукттары түгелеү сәбәпле, 709 миллион һумлыҡ зыян күрелгән.
— Тирә-яҡ мөхиттең торошо барыбер шәптән түгел, һауаның, ерҙең һәм һыуҙың бысраныуын танырға кәрәк. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса ла эш яйға һалынмаған. Өфө, Салауат һәм Стәрлетамаҡтағы экология торошон нығыраҡ өйрәнергә, яҡшыртырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙгә хоҡуҡ һаҡлау органдары, прокуратура менән берлектә эшләү мөһим.
Республика прокуроры Андрей Назаров, “Росприроднадзор” идаралығының Башҡортостан буйынса етәксеһе Юрий Дудников, республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев һәм башҡалар сығыш яһаны.