Төҙөлөш майҙаны ни хәлдә?05.06.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфө буйлап эш сәфәре барышында ҡалала заманса торлаҡ комплекстары, социаль, спорт һәм күргәҙмә объекттары төҙөү барышы менән танышты.
“СтройФедерация” компанияһы вәкилдәре Баҡалы урамында 25 ҡатлы үҙенсәлекле өс йорт һала. Хужалар тулыһынса әҙер фатирға күсәсәк. Ишек ҡуйғанда, материалдар һайлағанда ла уларҙың фекере иҫәпкә алына. Балаларҙың именлеге өсөн байтаҡ сара күрелә. Һәр фатирҙа ҡуйылған мониторҙан балалар һәм спорт майҙансыҡтарын күҙәтергә мөмкин. Был ҡулайлама ярҙамында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен дә саҡыртырға була.
Ике йорттоң тәүге ҡатында 160-ар урынлыҡ балалар баҡсалары урынлашасаҡ. Компания идарасы ойошма төҙөп, тәүге осорҙа торлаҡ милекселәре ширҡәте эшмәкәрлеген күҙәтергә, түләүҙәрҙең асыҡлығына, хеҙмәттәрҙең яҡшы сифатына өлгәшергә ниәтләй.
Рөстәм Хәмитов төҙөлөш барышы менән ҡыҙыҡһынды. Генераль директор Вадим Ғатауллин әйтеүенсә, тәүге хужалар быйыл 31 декабрҙә өй туйлаясаҡ. Президентҡа проект оҡшаны.
Артабан республика башлығы “ВДНХ ЭКСПО” комплексына юлланды. Объект күргәҙмә һәм сауҙа павильондарынан тора. Дөйөм майҙаны — 45 мең квадрат метр самаһы. Тәүге павильонда эштең төп өлөшө тамамланған, төҙөүселәр биҙәүгә күсә. Рөстәм Хәмитов сауҙа павильонының ҡыйығында урынлашҡан 300 машиналыҡ туҡталҡаны баһаланы, комплекс эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереү буйынса тәҡдимдәрен әйтте. Республика Президенты Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов алдына ошо ерҙә ҡала халҡы өсөн ял зонаһы, парк, велосипед юлдары, тейешле инфраструктура булдырыу бурысын ҡуйҙы.
Республика башлығы шулай уҡ Сипайловолағы Ҡашҡаҙан күле ярында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшөн ҡарап сыҡты. Өфөнөң төньяғындағы 4-се һәм 6-сы Инорс биҫтәләрендә ике торлаҡ комплексы төҙөлә. Башҡортостан Президенты автомобилдәр ҡуйыу урындарының булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды. Асыҡланыуынса, проектта 289 машинаға иҫәпләнгән ике кимәлле паркинг төҙөү ҡарала. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, был ғына аҙ. Заманса комплекстар төҙөгәндә фатирҙар менән автомобиль урындары һаны тура килергә тейеш.
Республика Президенты Өфөләге йәмғеһе 11 төҙөлөш майҙансығында булды. Һәр ерҙә эш комплекслы бара. Объекттарҙа Рөстәм Хәмитов эш сифатына, буласаҡ хужалар өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыуға иғтибарҙы йүнәлтте. Мәҫәлән, “Ҡарағайҙар” торлаҡ комплексында республика етәксеһе мәктәп төҙөү зарурлығын билдәләне. Ике мең ғаилә йәшәйәсәк районда уҡыу йорто мотлаҡ булырға тейеш.
— Ниәтегеҙ тормошҡа ашһын, эшегеҙҙә бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ булмаһын. Ә беҙ һеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов Блюхер урамындағы һауыҡтырыу комплексын төҙөүселәргә.