Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Салауатта булып, ҡала көнөн байрам итеүҙә ҡатнашты.
Мәҙәниәт һәм ял паркындағы акцияла Рөстәм Хәмитов ағас ултыртты. Салауат халҡы ҡаланың 65 йыллығы айҡанлы йәш йүкә аллеяһына нигеҙ һалды.
Артабан Президент 1-се лицейға юлланды. Уҡыу йорто эргәһендә “Мәктәп. Бишенсе элемент” урам сәнғәте фестивале уҙғарылды. Уға ярашлы, Санкт-Петербург һәм Салауат рәссамдары дүрт йорттоң тышын биҙәгән. Композиция өсөн фән, тәбиғәт, ижад һәм энергия төшөнсәләре ҡулланылған. Рәссамдарҙың фекеренсә, ошо дүрт элемент уҡыусыларға дөрөҫ үҫеш йүнәлеше бирә. Бишенсе элемент — мәктәп, сөнки тап унда бала теге йәки был йүнәлеште һайлай.
Республика Президенты йорттарҙы биҙәүгә күпме буяу тотонолоуы менән ҡыҙыҡһынды. Рәссамдар әйтеүенсә, ижадҡа 1 меңдән ашыу һиптергес баллон һәм 200 литрға яҡын буяу киткән. Йорттар ике-өс ай эсендә биҙәлгән. Шуға күрә рәссамдар Салауатта Ҡала көнөнә тиклем үк эшләй башлаған. Ижадҡа 20-гә яҡын кеше йәлеп ителгән.
— Проект миңә бик оҡшаны. Уны Өфөгә, Стәрлетамаҡҡа, республикабыҙҙың башҡа ҡалаларына таратырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Эшкә йәштәрҙе йәлеп
итеү бик яҡшы булыр ине.
Президент фестивалдә ҡатнашыусылар менән бергә урам сәнғәтендә үҙен һынап ҡараны. Ҡулына буяу тултырылған баллон алып, стенаға бер нисә һүрәт яһаны.
Фестиваль тағы ла бер нисә көн дауам итәсәк. Ойоштороусылар урам сәнғәте техникаһы һәм төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.
Артабан Рөстәм Хәмитов яңы асылған амбулатор гемодиализ үҙәген ҡарап сыҡты. Ул Салауат һәм Ишембай халҡын хеҙмәтләндерә. Үҙәктең баш табибы Ринат Хәбибуллин әйтеүенсә, ошо ҡалалар өсөн гемодиализ мәсьәләһе хәл ителде. Әммә республика буйынса бындай үҙәктәр асыуға ихтыяж бар әле. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 1 миллион кешегә 155,5 гемодиализ урыны иҫәпләнә, ә Рәсәй буйынса был күрһәткес 170-кә тиң.
Башҡортостан Президенты республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәроваға яңы үҙәктәр асыу мәсьәләһен иғтибарға алырға ҡушты.
Рөстәм Хәмитов медицина персоналының эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Ринат Хәбибуллин әйтеүенсә, табиптарҙың уртаса эш хаҡы — 37 мең һум, урта медицина персоналы араһында 16 мең һум тәшкил итә.
Ҡала балалар дауаханаһында республика етәксеһе функциональ диагностика блогында, физиотерапия, операция бүлмәләрендә, стационар бүлектә булды.