Дәүләт ярҙамы отчет та талап итә04.06.2013
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында булды. Сарала шулай уҡ Башҡортостан ауыл хужалығы министры Николай Коваленко, уның урынбаҫарҙары Азат Йыһаншин, Владимир Незнанов, төбәк райондарының хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты.

Улар, төрлө хужалыҡта булып, яҙғы баҫыу эштәренең һөҙөмтәһе, сәсеүлектәрҙең торошо менән танышты, Көньяҡ Урал төбәген иҡтисади үҫтереүҙең ҡыҫҡа ваҡытлы комплекслы программаһының нисек тормошҡа ашырылыуы менән ҡыҙыҡһынды, “Урал аръяғы” МТС-ын артабан үҫтереү мәсьәләләрен ҡараны.
Премьер-министр урынбаҫары төбәктә сәсеүлектәрҙең һәм ужым культураларының торошо яҡшы булыуын билдәләне.
— Әммә тынысланырға иртә, сөнки бөгөндән үк тупраҡтағы дымды һаҡлау, ҡый үләндәренә ҡаршы көрәшеү, химик утау кеүек эштәрҙе башҡарыу мотлаҡ. Әле барлыҡ баҫыуҙарҙа шытымдар яҡшы, сәсеүлектәр ҡуйы һәм таҙа, тик был “матурлыҡ”ҡа тейешле һәм кәрәкле шарттар булдырмағанда, уның юҡҡа сығыуы ихтимал, — тине Эрнст Исаев Аҡъярҙағы кәңәшмәлә.
Ул төбәктең агросәнәғәт комплексының үҫешенә ҙур йоғонто яһаясаҡ “Урал аръяғы” МТС-ы эшмәкәрлегенә лә туҡталды. Ниһайәт, уның директоры Ирек Хәсәнов эшлекле команда тупланы, коллектив сәсеү эштәрен берҙәм һәм дәррәү атҡарып сыҡты. Шулай уҡ вице-премьер ҡайһы бер райондарҙа дәүләт тарафынан бүленгән субсидиялар һәм фермерҙарға тәғәйенләнгән гранттарҙың маҡсатҡа ярашлы тотонолмауы хаҡында иҫкәртте. Киләсәктә дәүләт ярҙамынан килгән һәр һум иҫәпкә алынып, тейешле органдарға отчет тапшырыу мотлаҡ буласаҡ.
Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко сәсеүлектәрҙә ҡый үләндәренә ҡаршы көрәш менән бер рәттән ҡоротҡостар хаҡында ла онотмаҫҡа кәңәш итте. Төбәктә малсылыҡ эшен йәйелдереү һаман аҡрын бара. Райондарҙа “500 ферма”, “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү”, “Эш башлаусы фермер” кеүек республика программаларына бик аҙ ғына фермер ҡушылырға йөрьәт иткән. Тимәк, урындағы етәкселәр тейешенсә эшләп бөтмәй йәки уларҙы йәлеп итмәй.
Шулай уҡ кәңәшмәлә ауыл хужалығы тармағын йәш кадрҙар менән тулыландырыуҙың төрлө юлдарын табыу, уларҙы эш урындары ғына түгел, торлаҡ менән дә тәьмин итеү кеүек мәсьәләләр күтәрелде.


Вернуться назад