Кадрҙарға ҡытлыҡ — иң ҡырҡыу мәсьәлә04.06.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәргән Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты. Унда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыу саралары тикшерелде.

Дәүләт башлығы әйтеүенсә, “төп бурыс — торлаҡты яңыртыу, уның һөҙөмтәләренә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы хеҙмәттәрҙең сифаты туранан-тура бәйле”. Владимир Путин шулай уҡ Рәсәйҙә был өлкәлә ыңғай үҙгәрештәрҙең бик һүлпән барыуын билдәләне.
Рәсәй Президенты торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы кадрҙар мәсьәләһенә лә ҡағылды. “Кадрҙарға ҡытлыҡ 70 процентҡа яҡынлаша, мәсьәләне квалификациялы белгестәр йәлеп итеү иҫәбенә яйға һалырға кәрәк”, — тине ул.
Владимир Путин коммуналь хеҙмәт өсөн түләү иҫәптәренең асыҡлығын арттырыу кәрәклеген дә билдәләне.
“Граждан хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү, шул иҫәптән коммуналь хеҙмәт өсөн түләү иҫәптәренең асыҡлығын арттырыу ҙа дәүләттең мөһим бурысы булып ҡала. Мәғлүмәт системаһын ойошторорға кәрәк. Уның ярҙамында кешеләр коммуналь хеҙмәт ҡулланыуҙы һәм хаҡ түләү тәртибен ҡаршылыҡһыҙ күҙәтә алыр ине, — тине дәүләт башлығы. — Бөгөн был мәғлүмәттәр шул тиклем буталсыҡ, хатта финанс белеме булған кеше лә уларҙы аңлай алмай”.


Вернуться назад