Урта Азия — иғтибар үҙәгендә04.06.2013
Коллектив Хәүефһеҙлек Килешеүе Ойошмаһы илдәре етәкселәренең осрашыуын һәм Украинаның Европа союзынан ситләшеп, Таможня союзына инергә уҡталыуын уҙған аҙнаның мөһим ваҡиғалары рәтенә индерергә була.

Хәүеф-хәтәрҙән хәрбиҙәр ҡурсалай

28 майҙа Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бешкәктә Коллектив Хәүефһеҙлек Килешеүе Ойошмаһы (ОДКБ) илдәре етәкселәренең рәсми булмаған саммиты уҙғарылды, унда бик мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Был ойошмаға Рәсәй, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Белоруссия һәм Әрмәнстан илдәре инә. Осрашыуҙа Белоруссия менән Әрмәнстан президенттары Александр Лукашенко һәм Серж Саргсян ҡатнашманы. Һуңғыһының килмәүен аңларға була кеүек, ни тиһәң дә был көндө Әрмәнстанда Беренсе республика көнөн билдәләргә ғәҙәтләнгәндәр. Дәүләт байрамы көнөндә президент үҙ илендә булырға тейеш, тигәндер. Ә бына Александр Лукашенконың Бешкәккә килмәүенең сәбәбе бөтөнләй ҙә дәүләт мәсьәләһенә бәйле түгел, буғай. Яңыраҡ ҡына Минскиға Ҡырғыҙстандың элекке президенты Ҡорманбәк Баҡыев ғаиләһе менән килгән икән тигән хәбәр таралғайны. Ул илен ташлап сығып ҡасҡандан һуң Александр Лукашенко уға сәйәси һыйыныу урыны биргәйне. Рәсми Бешкәк Белоруссия етәкселегенән Баҡыевты Ҡырғыҙстандың көс структуралары ҡарамағына тапшырыуҙы һорағайны. Әммә Лукашенко был аҙымға барманы. Бөгөн иһә Ҡырғыҙстандың власть вәкилдәре лә, оппозиция ла Лукашенконы ошо ҡылығы өсөн өнәмәй. Шуға ла ул Бешкәккә килеүҙән баш тартҡандыр, тип фаразларға мөмкин.
Унан килеп Коллектив Хәүефһеҙлек Килешеүе Ойошмаһы ултырышында ҡатнашыу Белоруссия өсөн бик мөһим дә түгел. Ни өсөн тигәндә был ултырышта һүҙ башлыса 2014 йылда Афғанстандан берләшкән ғәскәрҙәрҙе сығарыу темаһына арналғайны. Белоруссия Афғанстанға сиктәш түгел, шуға ла илгә ҡурҡыныс янамай. Ә Үҙәк Азия илдәре өсөн Афғанстандан НАТО ғәскәрҙәре сығарылыуы — ҙур хәүеф сығанағы. Билдәле булыуынса, бында өс тиҫтә йыл самаһы һуғыш бара һәм әлегәсә осо-ҡырыйы күренмәй. Бынан бигерәк тә Тажикстан хәүефләнә. Ҡырғыҙстан өсөн дә хәүефһеҙлек мәсьәләһе алғы планда тора.
Киләһе йыл Америка Ҡушма Штаттарының Ҡырғыҙстанда урынлашҡан “Манас” базаһынан хәрбиҙәрҙе сығарыу көтөлә. Изге урын буш тормай, тиҙәр. Был хәрби базаға Рәсәй хәрбиҙәре индерелер тип көтөлә. Әле Ҡырғыҙстанда беҙҙең “Кант” авиабазаһы бар, унда яңыраҡ илдең оборона министры Сергей Шойгу булып, хәл менән яҡынданыраҡ танышып ҡайтты. Уның билдәләүенсә, был төбәктә хәрби базаның матди-техник хәлен яҡшыртыу, хәрбиҙәр һанын арттырыу талап ителә. Бешкәктә сағында ил президенты Владимир Путин Ҡырғыҙстан президенты Алмазбәк Атамбаев менән айырым осрашыуында ла был мәсьәлә хаҡында фекер алышты. Путин белдереүенсә, төбәктәге хәрби ҡеүәтте нығытыу Рәсәй өсөн генә түгел, ә Коллектив Хәүефһеҙлек Килешеүе Ойошмаһы илдәре өсөн дә мөһим. Әле апрель айында уҡ КХКО (ОДКБ)-ның генераль секретары Николай Бардюжа “Кант” авиабазаһының мөмкинлектәрен киңерәк файҙаланыу кәрәклеге хаҡында белдергәйне. Тимәк, киләсәктә Ҡырғыҙстанда Рәсәйҙең ике ҡеүәтле хәрби базаһы буласаҡ.
Бешкәктәге осрашыуға килгәндә, Афғанстан менән Тажикстандың дәүләт сиген нығытыу мәсьәләһенә айырыуса ҙур иғтибар бирелде. Владимир Путин Тажикстан президенты Эмомали Рахмон менән айырым осрашыу ҙа уҙғарҙы. Унда ике яҡлы хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу мәсьәләләре тикшерелде. Һуңғы осорҙа Рәсәй-Тажикстан араһындағы тауар әйләнеше күләме байтаҡҡа кәмей төшкән, уны үҫтереү талап ителә. Тажикстан етәксеһе Рәсәй юғары уҡыу йорттарында студенттар уҡытыу, Үҙәк Азияла вуздарҙың филиалдарын булдырыу, гуманитар ярҙам мәсьәләһен дә күтәрҙе.
Бешкәктәге осрашыуҙа дүрт ил етәксеһе хәрби мәсьәләләрҙән тыш иҡтисади темаларҙы ла урап уҙманы. Ҡырғыҙстан президенты Алмазбәк Атамбаев, мәҫәлән, Рәсәй — Ҡаҙағстан — Ҡырғыҙстан — Тажикстан тимер юлын төҙөү мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Артабан был юлды Тажикстан — Афғанстан — Төркмәнстан — Иран йүнәлешендә дауам иттереп, Фарсы ҡултығы илдәренә алып барып тоташтырыу күҙаллана. Был — бик ҙур масштаблы проект, уны бойомға ашыра алырҙармы, юҡмы, әйтеүе ҡыйын. Күренеүенсә, проектта Үзбәкстан телгә алынмай. Был илдең Ҡытай менән хеҙмәттәшлек итеүе, әленән-әле Тажикстан менән сик һыҙығы һәм тимер юлы өсөн низағлашыуын иҫәпкә алғанда, юлдың Тажикстан өсөн үтә лә мөһим буласағын тоҫмаллауы ауыр түгел. Тик әлегә был төҙөлөштөң ҡасан башланыры ла, яҡынса хаҡы ла билдәһеҙ.
Дүрт ил етәкселеге осрашыуы барған мәлдә, Ҡырғыҙстанда халыҡ сыуалыштары башланды. Төп сәбәбе — “Кунтомор” алтын ятҡылығын Канада компанияһына тапшырырға ынтылыу. Урындағы халыҡ һәм эшселәр быға ҙур ризаһыҙлыҡ белдерә. Предприятиела эш ташлау 4 миллион доллар аҡса юғалтыуға алып килгән. Был хаҡта Ҡырғыҙстандың премьер-министры Жантор Сатыбалдиев белдерҙе. Халыҡ сыуалыштары башланған Ысыҡкүл өлкәһе етәксеһен вазифаһынан бушатҡандар. Сыуалыш һөҙөмтәһендә 50-ләп кеше ҡаза күргән.

Украина Таможня союзын һайланы

Украина бер юлы ике кәмә ҡойроғон тоторға теләп, Европа союзына ла, Таможня союзына ла инергә уҡталып ҡарағайны, әммә килеп сыҡманы. Еврокомиссия рәйесе Баррозу, бер юлы ике союзда ағза булып тороу — мөмкин булмаған эш, тип белдергәйне. Хәҙер килеп Украина Таможня союзын һайланы, сөнки унда инеү Рәсәй газына хаҡты төшөртөргә мөмкинлек бирәсәк. Бөгөн газдың мең кубометрын 460 долларға һатып алалар. Был Украина өсөн бик ҡиммәт. Мәҫәлән, Төркиә Рәсәй газын өс тапҡырға тиерлек арзаныраҡ хаҡҡа һатып ала. “Зәңгәр яғыулыҡ” Европа илдәренә лә осһоҙораҡҡа һатыла.
2015 йылда бында президент һайлауҙары буласаҡ. Виктор Януковичҡа икенсе мөҙҙәткә һайланыу өсөн бөгөндән социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү мотлаҡ. Әммә ил ҡаҙнаһы буш. Рәсәй газын осһоҙораҡҡа һатып алған осраҡта байтаҡ аҡсаны экономияларға һәм быны социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтергә мөмкин буласаҡ. Украинаның Таможня союзына инеү мәсьәләһе Владимир Путин менән Виктор Януковичтың Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала булған осрашыуында ла тикшерелде. 28-29 майҙа Астана ҡалаһында Евразия Юғары иҡтисади советы ултырышы булып үткәйне. Ике президент ошо форумда осрашты. Виктор Янукович Украина аша үткән газ магистралдәрен “Газпром” ҡарамағына тапшырырға ризалашты. Украина өсөн ошондай юлға барыу мең кубометр газды 260-280 долларға тиклем арзанайтырға мөмкинлек бирәсәк. Ә бына Европа союзы ишеге Украина өсөн бикләнде тигән һүҙ.


Вернуться назад