Парламент менән танышыу01.06.2013
Борай һәм Яңауыл райондары уҡыусылары Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға экскурсияға килде. Почетлы ҡунаҡтар сифатында улар республика парламенты ултырышында ҡатнашты.

Бындағы музейҙа уҡыусылар Башҡортостанда парламентаризм үҫешен сағылдырған экспонаттар менән танышты. Муниципаль берәмектәрҙең символикаһы ҡуйылған геральдика залында ла булдылар, Дәүләт Йыйылышы тураһында документаль фильм ҡаранылар. Балалар республика парламенты Рәйесе Константин Толкачевҡа һорауҙар бирҙе. Уларҙы мәғариф өлкәһендәге ҡануниәт, һөнәр һайлау мәсьәләләре, спикерҙың тормош һәм хеҙмәт юлы нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра икән.
Йәштәр менән ошондай осрашыуҙарҙы закон сығарыусылар даими ойоштора. Быйыл февралдә Дәүләт Йыйылышы Рәйесе республиканың биш районы уҡыусылары менән аралашҡайны.


Вернуться назад