Һалым йыйыу — иртәгәне хәстәрләү31.05.2013
Башҡортостан Республикаһы һәм муниципаль берәмектәр бюджетының килем ҡеүәтен, һалым һәм һалым булмаған килем керемен арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте.

— Уҙған йылғы һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, дөйөм һалым һәм һалым булмаған килем туплау буйынса республика илдә 12-се урынды биләй. Нефть сығарған башҡа ҙур төбәктәрҙе иҫәпкә алғанда, һис һүҙһеҙ, был өлкәлә улар алда тора. Шуға беҙҙең күрһәткестәр насар түгел. Ләкин һәр кешегә иҫәпләгәндә, килем буйынса 45-се урындабыҙ, — тине Президент Рөстәм Хәмитов, ултырышты асып.
Республика башлығы әйтеүенсә, һалым һәм һалым булмаған килем тупланыуы йылдамыраҡ барырға тейеш. Сөнки халыҡ алдындағы бурысты үтәү, көнкүрешен яҡшыртыу туранан-тура ошоға бәйле.
Республикала 27 ҙур һәм уртаса предприятие барлыҡ һалымдарҙың 40 процентын түләй. Ләкин, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, һуңғы дүрт ай эсендә уларҙан күскән һалым 355 миллион һумға аҙыраҡ булған. Төп сәбәбе — килемгә һалымдың аҙ күсерелеүе.
Әлбиттә, ҙур предприятиеларҙың да хәл итәһе мәсьәләләре күп. Ләкин ошо ерҙә эшләп, табыш алып та һалымды ваҡытында һәм тейешле күләмдә күсермәү бигүк аҡылға һыймай. Тимәк, республика бюджеты ваҡытында тулыланмаясаҡ, мәктәп, балалар баҡсалары, дауахана, юлдар төҙөүҙә тотҡарлыҡтар буласаҡ, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү ауырлашасаҡ. Ултырышта ошо сетерекле мәсьәләләр ентекле тикшерелде һәм хәл итеү юлдары эҙләнде.


Вернуться назад