Килешеүҙе “уятырға” теләйҙәр31.05.2013
Өфөгә өс көнлөк эш сәфәре менән Краснодар крайынан делегация килеп төштө.
Кисә ҡунаҡтар Хөкүмәт йортонда Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов һәм башҡа рәсми кешеләр менән осрашты.
Әйткәндәй, ике төбәк араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә 1999 йылда уҡ ҡул ҡуйылған. Әммә һуңғы йылдарҙа эш һүлпәнәйгән, һәм бөтә мөмкинлектәр ҙә файҙаланылмай. Әлеге сәфәр килешеүҙе тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуя.