Юрист кәңәштәре31.05.2013
Эштән тулыһынса китһәгеҙ генә

— Заводта эш ваҡытлыса туҡталды. Ошо сәбәпле беҙ билдәһеҙ ваҡытҡа эшһеҙ тороп ҡалдыҡ. Предприятие хеҙмәткәрҙәре мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп, эшһеҙ статусын ала аламы?
Айназ. Салауат ҡалаһы.

— Һеҙ мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп икенсе эш эҙләтә алаһығыҙ, әлбиттә. Әммә, ҡануниәткә ярашлы, предприятиенан барлыҡ документтар нигеҙендә эштән китмәй тороп, һеҙҙе эшһеҙ тип иҫәпләмәйәсәктәр.

Айырма бар

— Аванс менән задатка араһында берәй айырма бармы ул? Фатир эҙләйем, ҡайһылыр хужа аванс һорай, ҡайһыныһылыр, задатка бир, ти. Минеңсә, икеһе лә бер үк кеүек. Әгәр был ике төшөнсә араһында айырма булһа, ҡайһы юлын һайлау отошлораҡ?
Римма. Өфө ҡалаһы.

— Ысынлап та, был ике термин мәғәнәһе буйынса яҡын булһа ла, айырмаһы бар. Улар тураһында ентекләберәк аңлатып китәйек.
Задатка. Бер яҡтан икенсе яҡҡа киләсәктә алыш-биреш яһау буйынса түләүҙәр индереү өсөн бирелгән аҡса. Ул ошо уй-ниәттең етдилеген дәлилләй һәм алыш-бирештең тормошҡа ашырыласағына гарантия булып тора. Задатка төшөнсәһе Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ кодексының 380-се статьяһында билдәләнгән.
Аванс. Шулай уҡ бер яҡтың икенсе яҡҡа буласаҡ алыш-биреш өсөн билдәләнгән кимәлдә аҡса биреүе. Аванс түләүҙең маҡсаты задатканыҡына оҡшаған — ниәттең етдилеген дәлилләү, әммә уны тормошҡа ашырыу бурысын ҡуймай. Рәсәй Гражданлыҡ кодексында авансҡа арналған айырым статьялар юҡ.
Әгәр алыш-биреш тормошҡа ашырылһа, аванс менән задатка араһында бер ниндәй ҙә айырма булмай. Әммә алдан аванс биреп тә, алыш-биреш тормошҡа ашырылмаһа, ул кире ҡайтарыла һәм шуның менән онотола. Сделканы боҙоусы бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ тоймай (был хаҡта аванс биргән саҡта алдан килешеү булмаһа).
Задатка менән хәл башҡасараҡ. Алыш-биреш задатка биргән яҡтың теләге буйынса өҙөлһә (һатып алыусы), задатка юғала һәм һатыусыла тороп ҡала. Ә ғәйеп задатка алған яҡта булһа, ул был хаҡты икеләтә ҡайтарырға тейеш. Был ҡағиҙә Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 381-се статьяһында яҙылған һәм задатка менән аванс араһындағы ошо айырманы билдәләй. Ябай ғына итеп әйткәндә, задатка яҡтарға бер-береһен контролдә тоторға ярҙам итә.
Шуға күрә ниндәй ҙә булһа ҙур алыш-биреш яһар алдынан задатка тураһында уйланыу хәйерлерәктер. Һатыу-һатып алыу килешеүе төҙөгәндә задатка тураһында ла рәсми рәүештә һүҙ ҡуйышығыҙ. Әлбиттә, аванс уңайлыраҡ, бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ юҡ. Ләкин махсус рәүештә аванс алып, һеҙҙең аҡса менән процентһыҙ тотоноп, ваҡыт үткәс, кире ҡайтарыусы алдаҡсылар ҙа осрай. Һеҙ ваҡытты юғалтаһығыҙ, кәрәкле әйберегеҙҙе ала алмайһығыҙ. Шуға күрә бындай осраҡтарҙа задатка хуп күрелә.


Вернуться назад