Европа мәҙәнилеге шулай буламы?30.05.2013
Францияла һәм Швецияла урам сыуалыштары башланыуы, Грузияла сәйәси көрсөктөң көсәйеүе — уҙған арауыҡтың мөһим ваҡиғалары.
Олландтың сәйер сәйәсәте
Франция президенты Франсуа Олланд алып барған сәйәсәт халыҡта көндән-көн нығыраҡ ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Уның һайлау алды вәғәҙәләрен үтәмәүе — быға төп сәбәпсе. Етмәһә, уҙған аҙнала илдә бер енеслеләргә никахҡа инергә рөхсәт иткән закон ҡабул ителде. Ризаһыҙлыҡ акцияһына сыҡҡан халыҡ менән полиция араһында бәрелеш булып, 350-нән ашыу кеше ҡулға алынған. Закондың тәүге ҡорбандары ла бар: 26 майҙа илдең билдәле яҙыусыһы һәм тарихсыһы Доминик Веннер Париждың Алла анаһы ҡорамында мең ярым кеше алдында пистолеттан үҙ-үҙен атып үлтергән. Ниндәйҙер кимәлдә ул маҡсатына өлгәште тиергә була: урамдарға сыҡҡан халыҡ президенттан законды ғәмәлдән сығарыуын йә булмаһа отставкаға китеүен талап итә.
Күскенселәр үҙ мәнфәғәтен яҡлай
Швецияла ла ғауғалашыу бара. Бындағыһы Францияныҡынан ныҡ айырыла: имигранттар, урамдарға сығып, төрлө тәртипһеҙлек ҡыла. Быға уҙған аҙна башында илдең баш ҡалаһы Стокгольм янындағы Хюсьбю ҡалаһында Португалиянан күсеп килгән 69 йәшлек ҡарттың полиция тарафынан урамда атып үлтерелеүе сәбәпсе булды. Аҡылға зәғиферәк был кеше тирә-йүндәгеләргә үлтереү менән янаған, ә полиция килгәс, уларға ташланған, имеш. Ошо ваҡиғанан һуң илгә ситтән күсеп килгәндәр үҙ мәнфәғәттәрен яҡлап урамға сыҡҡан.
Швецияла 9 миллион самаһы кеше йәшәй, һәм уларҙың 15 проценты тирәһен имигранттар тәшкил итә. Күбеһе — Ираҡ, Сомали, Афғанстан һәм Латин Америкаһы илдәренән күсенеүсе мосолмандар. Шуға ла бындай сыуалыштар — ил етәкселеге өсөн ҙур хәүеф сығанағы. Киләсәктә Швецияла, моғайын, илгә имигранттар индереүҙе сикләгән закон ҡабул ителер.
Президент менән премьерҙың низағы көсәйә
26 майҙа Грузия үҙенең дәүләт байрамын – Үҙаллылыҡ көнөн — билдәләне. Әммә был байрам властағылар өсөн низағҡа сәбәп кенә булды. Президент Михаил Саакашвили менән премьер-министр Бидзина Иванишвили күптән үҙ-ара аңлаша алмай. Быға тиклем илдең төп байрамында президент хәрби парад ҡабул итә ине, быйыл Иванишвили, ҡулындағы власты оҫта файҙаланып, Саакашвилиҙы был мөмкинлектән мәхрүм ҡалдырҙы. “Хәрби көстө күрһәтеү кемгә кәрәк?” — тип иҫәпләй ул. Бынан ике йыл элек Үҙаллылыҡ көнөндә оппозициялағы Нино Бурджанадзе митинг ойоштороп, уны көс менән ҡыуып таратҡан ваҡытта дүрт кеше һәләк булғайны. Быйыл ошо уҡ кеше тағы сығыш яһап, Михаил Саакашвилиҙың иректәге көндәре һанаулы ғына ҡалыуын белдерҙе. Президентлыҡ мөҙҙәте тамамланыу менән уны ҡулға аласаҡбыҙ, — тип бара Бурджанадзе. Яңыраҡ Михаил Саакашвилиҙың арҡаҙашы, илдең элекке эске эштәр министры Вано Мерабишвилиҙы бығауланылар. Иванишвилиҙың “таҙартыу” уҙғарыуы, әлбиттә, Саакашвилиҙың ғына түгел, Көнбайыш илдәре етәкселәренең дә зитына теймәй ҡалмай. Шуға ла иртәме, һуңмы Иванишвилиға Рәсәй яғына табан йөҙ борорға тура киләсәк. Әле иһә Грузия “2008 йылдағы һуғыш мәлендә Көньяҡ Осетия файҙаһына дәүләт сиге боҙолған” тип Рәсәйгә дәғүә белдерә. Грузия шарабын беҙгә индереү мәсьәләһе ыңғай хәл ителде-ителеүен, ә бына дәүләт сиге буйынса барлыҡҡа килгән бәхәстең кемгә файҙалы булырын әлегә күҙаллай алмайбыҙ.