Бер тин дә бушҡа осмаһын30.05.2013
Республика Хөкүмәтенең сираттағы ултырышында ике мәсьәлә – ағымдағы йылдың тәүге кварталында бюджет үтәлеше, башҡарма власть органдары эшмәкәрлегендә мәғлүмәт-коммуникация технологияларын файҙаланыу буйынса координация саралары — ҡаралды.

Тәүҙә республика Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең иҡтисади үҫешендәге тотороҡһоҙлоҡтоң республикаға ла ҡағылыуы хаҡында һөйләне.
— Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, керем һиҙелерлек кәмене, ә сығымдар ярайһы артты – 2 миллиард һум тәшкил итте. Был социаль йүнәлешкә аҡса бүлеүҙең артыуы менән бәйле, – тине ул.
Ысынлап та, илдең ҡайһы бер предприятиеларындағы хәл-торош республиканың етештереү тармағына йоғонто яһамай ҡалмаған. Мәҫәлән, Бәләбәйҙәге “Автонормаль” предприятиеһының проблемалары “КамАЗ”, “Автоваз” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең эшмәкәрлеге һүлпәнләнеүенә бәйле.
Ултырышта ведомство етәкселәренең сығышы тыңланды, ҡайһы бер министрлыҡтарҙың эшмәкәрлегендәге кәмселектәр билдәләнде.
Рөстәм Хәмитов көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәләләр буйынса етди бурыстар ҡуйҙы, үҙәк власть органдары менән тығыҙ эшләргә, федераль ҡаҙнанан бүленгән маҡсатлы аҡсаларҙы һаҡсыл тотонорға саҡырҙы.
— Иңебеҙгә бик ҙур социаль йөкләмәләр алдыҡ. Бер үк ваҡытта ил Президентының былтыр майҙа ҡабул иткән указдарын бер ниндәй тайпылышһыҙ үтәргә тейешбеҙ. Бындай шарттарҙа өҫтәмә аҡса йүнләү, булғанын маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу беренсе планға сығырға тейеш. Бюджетты аныҡ, һөҙөмтәле тотонорға өйрәнеү – һәр министрлыҡ өсөн мөһим бурыс, – тине республика етәксеһе.

агентство недвижимости уфа


Вернуться назад