Йүнселлек мәсьәләләре ҡаралды29.05.2013
Өфөлә Рәсәй эшҡыуарлығы көнөнә арналған конференция үткәрелде. Унда бәләкәй бизнестың мәсьәләләрен тикшерҙеләр.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа эшҡыуарлыҡҡа финанс ярҙамы артыуға ҡарамаҫтан, тейешле һөҙөмтә юҡ. Шуға күрә, вице-премьерҙың фекеренсә, муниципалитеттар субсидия программаларын тормошҡа ашырырға тейеш, ә ярҙамды грант нигеҙендә күрһәтеү отошлораҡ булмаҡсы.
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Елена Мөсәбирова бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары тарафынан һалым һәм йыйым түләүҙе ябайлаштырған алымдарҙы үҫтереү хаҡында һөйләне. Ул билдәләүенсә, документтар әйләнеше электрон тормошҡа ашырылғанға күрә һалым отчетлылығын тапшырыу, патент алыу еңеләйҙе. Һалым хеҙмәте идаралығында “Үҙ эшеңде ас” хеҙмәте, электрон калькулятор барлыҡҡа килде, “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” эшләй, эшҡыуарлыҡ буйынса партнерҙарҙы тикшереү системаһы ғәмәлгә индерелде.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, “Эшлекле Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Рафаэль Мәрҙәншин йүнселлеккә ярҙам һәм уны үҫтереү өлкәһендәге закон сығарыу инициативалары хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, Рәсәйҙең Енәйәт һәм Енәйәт-процессуаль кодекстарына индерелгән үҙгәрештәр эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге мутлыҡты көнкүрештәгенән айырыу мөмкинлеген бирә. Законға ярашлы, зыян күргән яҡтың ғаризаһы булмай тороп, енәйәт эше ҡуҙғатыу ҙа тыйылды. Профилле комитеттың ошо көндәрҙә уҙғарылған ултырышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмалары ҡуртымға алған биналарҙы хосусилаштырыу ваҡытын 2015 йылдың авгусына тиклем оҙайтыу тураһындағы башланғыс хупланды.
Тиҙҙән йыллыҡ килеме 300 мең һумға тиклем булған шәхси эшҡыуарҙар өсөн страховка иғәнәһе ставкаһын хеҙмәткә түләүҙең бер минималь күләменән сығып иҫәпләгән закон проекты ҡарала. Шулай уҡ һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһын файҙаланған ойошмалар өсөн ябай бухгалтерлыҡ иҫәбен ғәмәлгә индереү мәсьәләһе тикшерелә.