Башҡорт телен уҡытыу — мотлаҡ29.05.2013
Республика парламентының 63-сө пленар ултырышы яҙғы сессияла һәм дүртенсе саҡырылышта һуңғыларҙың береһе. Быйылғы сентябрҙән закон сығарыу эшмәкәрлеген яңы состав дауам итәсәк.
Ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Евгений Маврин республикалағы маҡсатлы программаларҙы тормошҡа ашырыу барышы менән таныштырҙы.
— Былтыр 44 маҡсатлы программаны тормошҡа ашырыуға төбәк ҡаҙнаһынан йәмғеһе 64,8 миллиард һум аҡса бүленгән. Сығымдарҙың 23 проценты социаль өлкәгә, инфраструктураны үҫтереүгә — 19, мәғарифҡа — 50 проценты, ҡалған өлөшө башҡа тармаҡтарға тотонолған. 2012 йылда Хөкүмәт тарафынан социаль яҡтан әһәмиәтле алты программа ҡабул ителгән. Шулай итеп, республиканың маҡсатлы программалары тулыһынса финансланған һәм тормошҡа ашырылған. Улар мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт, мәҙәниәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләрендәге мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирҙе, – тип билдәләне үҙ сығышында Евгений Викторович.
Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова уҙған йылда төбәктә бала хоҡуҡтарының нисек бойомға ашырылыуы тураһында һөйләне. Шулай уҡ былтырғы йыл менән сағыштырғанда вәкиллеккә килгән мөрәжәғәттәр һанының артыуын билдәләне.
“Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында”ғы Закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡаралды. Унда башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ бөтә дәүләт һәм муниципаль уҡыу учреждениеларында ла уҡытыласағы тураһында әйтелә.
Пленар ултырышта тиҫтәнән ашыу проект закон статусы алды.