Тотороҡло үҫеш дауам итә29.05.2013
Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән “Moody^s Investors Service Ltd” агентлығының вице-президенты, баш аналитигы Александр Проклов кисә Республика йортонда Президент Рөстәм Хәмитов менән осрашты.
Агентлыҡ кредитҡа һәләтлек буйынса республикаға мониторинг үткәрә. Һәм һуңғы күрһәткестәр буйынса, Башҡортостандың күрһәткестәре яҡшыра ғына.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Александр Прокловҡа республикала тормошҡа ашырылған яңы проекттар тураһында һөйләне.
— Иҡтисади йәһәттән үҫеш дауам итәсәк. Ил кимәлендә мөһим булған эре предприятиелар ҙа төҙөлә, республика өсөн кәрәклеләре лә бихисап. Дөйөм алғанда, алдағы дүрт-биш йыл эсендә йөҙгә яҡын төрлө кимәлдәге проект тормошҡа ашырыласаҡ. Был иһә — яңы эш урындары, һалым һәм килем базаһы. Тотороҡло үҫеште дауам итәсәкбеҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
— Беҙ Башҡортостан менән оҙаҡ йылдар эшләйбеҙ. Бындағы хәлдәргә, үҙгәрештәргә бик ыңғай ҡараштабыҙ. Дөйөм алғанда бөтөн төп йүнәлештәр буйынса ла күрһәткестәр һәйбәт. Бында инвестиция йәлеп итеү, финанс һәм бюджет сәйәсәттәренә, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләү һәм башҡаларҙы индерәм, — тине баш аналитик.
Александр Проклов әйтеүенсә, агентлыҡ шулай уҡ республиканың йылдан-йыл асығыраҡ була барыуы менән дә ҡәнәғәт. Федераль үҙәк, ил төбәктәре һәм сит ил инвесторҙары өсөн Башҡортостан асылғандан асыла.
— Йыл ярым элек Башҡортостандың кредит рейтингы “ыңғай” тигәнгә үҙгәртелде. Тимәк, бөтә йүнәлештәр буйынса ла үҫеш бар тигән һүҙ. Беҙ һүҙҙе аныҡ проекттар тураһында йөрөтмәйбеҙ, ә республика эшмәкәрлеген дөйөм баһалайбыҙ, — тине Александр Проклов журналистарға.