“Үҙебеҙҙеке барыбер яҡшыраҡ”28.05.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Краснокама районына эш сәфәре барышында реконструкциянан һуң асыласаҡ “Ҡарағай урманы” (“Сосновый бор”) шифахана-профилакторийында булды һәм “Уралагро” ауыл хужалығы предприятиеһы менән танышты.

Шифахана-профилакторий Кама йылғаһы ярында, Николо-Березовка ауылында урынлашҡан. Уның дауалау корпусын реконструкциялауға 200 миллион һум тотонолған булған. Әле бында тейешле ҡорамалдар ҡуйылған, пациенттарҙы ҡабул итеүгә әҙерҙәр. Августа торлаҡ комплексын реконструкциялау күҙаллана, уға 10 миллион һум аҡса бүленәсәк. 100 урынлыҡ профилакторийға ялға килеүселәрҙең 60 процентын “Башнефть” хеҙмәткәрҙәре тәшкил итә.
Ташкин ауылындағы “Уралагро” ҡошсолоҡ фабрикаһында Башҡортостан Президенты ит етештереүҙе ҡарап сыҡты. Предприятиеға 2011 йылда нигеҙ һалынған, 388 миллион һум инвестиция йәлеп ителгән. Тулы етештереү циклына эйә булған заманса ҡошсолоҡ комплексында туғыҙ корпус урынлашҡан. Әле 230 мең ҡош аҫрайҙар.
Бында 215 кеше эшләй, йылына 1 мең тонна ит етештерелә. Быйыл проект ҡеүәтенә сығыу — йылына 6 мең тонна ҡош ите сығарыуға өлгәшеү — күҙаллана. Өҫтәүенә “Уралагро”ла 1 200 гектар ер эшкәртелә.
— Мин һәр саҡ “Башҡортостан предприятиеларының продукцияһын һатып алығыҙ” тип ҡабатлайым, сөнки улар тәмле, файҙалы һәм сифатлы, — тине Рөстәм Хәмитов.

* * *
Николо-Березовка ауылында республика башлығы “Никола Вешний” республика фольклор байрамында ла ҡатнашты. Сараға биш меңдән ашыу кеше килде. Унда Башҡортостан, Татарстан, Удмурт Республикалары, Пермь крайы һәм башҡа төбәктәрҙән артистар сығыш яһаны. Рөстәм Хәмитов йәрминкәне, милли ихаталарҙы ҡарап сыҡты, ҡунаҡтар менән аралашты, бәйгеләрҙә ҡатнашты һәм Никола ҡорамында булды.


Вернуться назад