Кисә "Башнефть" акционерҙар компанияһының "Башнефть-Новойл" заводы филиалында файҙаланылған көкөрт кислотаһын ҡабаттан тәүге хәленә ҡайтарыу комплексы сафҡа инде. Мәртәбәле сарала Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең вице-премьеры Аркадий Дворкович, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, "Система" финанс компанияһы директорҙар советы рәйесе Владимир Евтушенков, "Башнефть" компанияһының директорҙар советы рәйесе Феликс Евтушенков һәм президенты Александр Корсик ҡатнашты.
Киң масштаблы проектты тормошҡа ашырыуға 20-гә яҡын ойошма, шул иҫәптән 3 мең эшсе йәлеп ителгән. Уны төҙөү 2010 йылда башлана. Инвестиция хаҡы 8 миллиард һумдан ашып киткән.
– Бөгөнгө ваҡиға – Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының үҫә барыуына сағыу миҫал, – тип билдәләне Аркадий Дворкович. – Яңы комплексты сафҡа индереү "Башнефть" компанияһының киләсәктә лә алдынғы урынды һаҡлап ҡалыуына дәлил булып тора.
– "Башнефть" – республика иҡтисадының флагманы, һәм ул тулыһынса беҙҙеке. Компания киләсәктә үҙен яҡшы тойһа, республика иҡтисады ла үҫешәсәк, – тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов. Сығышы һуңында республика башлығы яңы ҡеүәтле ҡоролмалар төбәктә йышыраҡ асылһын тигән теләк белдерҙе.