Алда — ҡыҙыу осор25.05.2013
Республикала 3 миллион 60 мең 964 кеше һайлау хоҡуғына эйә

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда бишенсе саҡырылыш депутаттарын һайлауға әҙерләнеү һәм уны үткәреү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә булды.

Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһап:
— Быйыл 8 сентябрҙә үтәсәк һайлау республика тормошонда мөһим ваҡиға буласаҡ,— тип белдерҙе. — Бер йыл дауамында сәйәси партияларҙың, либералләшеү хоҡуғынан файҙаланып, әүҙем эшмәкәрлек алып барыуын күҙәттек. Сәйәсәткә яңы көстәрҙең килеүе һәйбәт. Рәсәйҙә 70-тән ашыу партия теркәлгән. Шуларҙың 46-һының һайлауҙа ҡатнашырға хоҡуғы бар. Әле республикала 39 партияның төбәк бүлексәһе теркәлгән, уларҙың барыһы ла һайлауҙа ҡатнашырға теләк белдерә. Шуға ла парламент өсөн тауыш биргәндә, республиканың киләсәген уйлап эш итергә саҡырам.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп, һайлау комиссияларының бурысы — тауыш биреү барышын ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, тулы кимәлдә тәьмин итеү, граждандарҙың төрлө категорияларының һайлау хоҡуҡтарын бойомға ашырыу өсөн шарттар булдырыу, тип билдәләне. “Һайлауға старт бирелгәнгә тиклем ҙур эш атҡарылған. Минең иң ҙур теләгем — был сәйәси осорҙоң тыныс шарттарҙа үтеүе”, – тине ул.
— 2011 йылда Башҡортостан Конституцияһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай элекке 120 урынына 110 депутаттан торасаҡ. Шуларҙың 55-е — бер мандатлы һайлау округтары буйынса, ҡалған яртыһы партия исемлеге өсөн бирелгән тауыш һанына ҡарап һайланасаҡ. Бынан тыш, быйыл Берҙәм тауыш биреү көнөндә Бөрө һәм Белорет ҡала Советтарына ла һайлау үтәсәк. Ҡануниәттәге үҙгәрештәргә ярашлы, республикала Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлау буйынса бер мандатлы округтар – ун йылға, тауыш биреү участкалары биш йылға төҙөлгән, һайлау комиссиялары ойошторолдо. Уларҙың вәкәләттәре лә биш йылға оҙайтылды, – тип аңлатты Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев үҙ сығышында.
Фекер алышыу мәлендә “Рәсәй ҡалалары” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Әлтәф Ғәйфуллин уй-фекерҙәре менән бүлеште.
— Үҙәк һайлау комиссияһы урындағы партиялар етәкселәрен даими саҡырып, кәңәшмәләр үткәрә, төрлө мәсьәләләр буйынса аңлатмалар бирә. Тик мине һуңғы ваҡытта ошо партияларҙың исеменә ышыҡланып, төрлө матбуғат саралары аша сығыш яһаған ҡотҡосолар борсой. Күрәләтә ялған мәғлүмәтте матбуғат биттәрендә лә, эфирға ла сығарырға ярамай, – тип белдерҙе ул. Уның фекере менән Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов та килеште һәм партиялар ҡатнашлығында был темаға арналған “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторорға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.


Вернуться назад