Юрист кәңәштәре24.05.2013
Декларация тапшырығыҙ
— 1 миллион һумға фатир һаттым. Уның хаҡынан 13 процент күләмендә һалым түләтерҙәрме икән?
Марат. Бөрө ҡалаһы.
— Юҡ. Әгәр ул фатир һеҙҙең милектә өс йылдан кәмерәк ваҡыт булған икән, йыл аҙағында үҙегеҙҙең һалым органына 3-НДФЛ формаһы буйынса декларация тапшырығыҙ.
Алимент түләмәгәнгә яуаплылыҡ бар
— Ирем менән әллә ҡасан уҡ айырылыштыҡ. Бәлиғ булмаған ике балабыҙ бар. Мин суд аша атай кешенән алимент талап итәм, ләкин ул йүнләп түләмәй: йә юғала, йә “онота”. Ваҡытында алимент түләмәгән өсөн милек яуаплылығы бармы, ул нисегерәк хәл ителә?
Сәриә. Балаҡатай районы.
— Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 115-се статьяһына ярашлы, алимент түләмәгәндәрҙе гражданлыҡ-хоҡуҡи яуаплылыҡҡа тарттыралар. Ирегеҙ, үҙ ғәйебе буйынса тотҡарлыҡ барлыҡҡа килгән осраҡта, сроктан тыш һәр көн өсөн бурысына 0,1 процент өҫтәлеүен белергә тейеш. Әммә был аҡсаны алыу өсөн судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Тигеҙ өлөштәргә бүленә
— Яңыраҡ улыбыҙ фажиғәле һәләк булды. Ул өйләнгән ине, беҙ килен менән әллә ни яҡшы мөнәсәбәттә түгел. Хәҙер улымдың мөлкәте нисек бүленер икән? Мәҫәлән, уның исеменә Рәсәй Һаҡлыҡ банкының акцияларын теркәткәйнек. Һорауыбыҙ шундай: никахҡа инерҙән алты йыл элек алынған акцияларға ҡатынының дәғүә итергә хаҡы бармы? Киленебеҙ исеменә васыятнамә юҡ. Беҙ, йәғни ата-әсәһе, иҫән-һаубыҙ.
Рәфҡәт. Ейәнсура районы.
— Һаумыһығыҙ. Эйе, ул дәғүә итә ала. РФ Гражданлыҡ кодексының 1142-се статьяһына ярашлы, беренсе сираттағы мираҫсылар тип вафат булған кешенең балалары, ҡатыны һәм ата-әсәһе һанала. Тимәк, был акциялар һеҙгә, тигеҙ өлөштәргә бүленеп, таратып бирелергә тейеш. Киленегеҙ, мәрхүм улығыҙҙың ҡатыны булараҡ, никах осоронда тупланған милектең яртыһына ла дәғүә итергә хоҡуҡлы, әммә, акциялар улар өйләнешкәнсе үк алынғас, ҡиммәтле ҡағыҙҙар хаҡының яртыһын һорарға нигеҙ юҡ.
Шуны иҫтә тотоғоҙ: мираҫҡа эйә булыу өсөн вариҫ уны ҡабул итеп алырға тейеш. Быны эшләү ваҡыты — улығыҙ вафат булғандан һуң үткән алты ай. Әгәр һеҙ, йәғни ата-әсәһе, эшегеҙҙе алып барыусы нотариусҡа мираҫты ҡабул итеү тураһында тейешле ғариза бирмәгәнһегеҙ икән, унан баш тартҡан булып иҫәпләнәһегеҙ.