Ил башлығы менән күҙгә-күҙ24.05.2013
22 майҙа Сочиҙа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов менән эшлекле осрашыуы булды.
Төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, унда республикалағы социаль-иҡтисади хәл тикшерелде. Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов ил Президентына 2015 йылда Өфөлә үткәреләсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышы хаҡында һөйләне. Республика етәксеһе шулай уҡ халыҡтың тормошон яҡшыртыу, тыуым, демография, торлаҡ, балалар баҡсалары төҙөү, инвестиция йәлеп итеү һәм башҡа мәсьәләләрҙе бәйән итте.
Осрашыуҙың стенограмма яҙмаһы Башҡортостан Президентының рәсми сайтында урынлаштырылған.