Кисә Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич округтың мосолмандар диниә назараттары етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Һөйләшеүҙең төп мәсьәләһе — власть органдары менән дини ойошмалар араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу стратегияһын булдырыу. Ул экстремистик хәрәкәттәрҙең әүҙемләшеүе менән бәйле.
— Нимә генә тиһәк тә, был йәһәттән хәл итергә кәрәкле проблемалар бар. Был турала асыҡ һөйләргә, ә иң мөһиме — хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Һуңғы йылдарҙа һәр төбәктә дини ойошмалар менән хеҙмәттәшлек итеүсе дәүләт органдары булдырылды. Бөгөн уларҙың бөтәһе лә эшләй, әммә әүҙемләшеү талап ителә, — тине Михаил Бабич.
Тулы хоҡуҡлы вәкил фекеренсә, төбәктәге экстремизм проблемаһы мосолмандар күпселекте тәшкил иткән илдәрҙән миграцияның артыуы менән дә бәйле. Былтыр ғына Волга буйы федераль округында миграция иҫәбенә миллиондан ашыу кеше теркәлгән, уларҙың 75 проценты Урта Азия менән Кавказ аръяғынан килгән. Килмешәктәр үҙ идеологияһын беҙҙең илдә таратмаһын өсөн дини идаралыҡтар лидерҙарына мигранттар менән әүҙем эшләргә кәрәк.
— Тағы бер мәсьәлә — кадрҙар етмәй. Округта 21 мәҙрәсә эшләй, әммә улар өлөшләтә генә тулыланған. Мосолман йәштәрен дини-ватансыл рухта тәрбиәләү өсөн программа булдырыу мөһим, — тине Михаил Бабич.
— Ошо проблемаларҙың барыһын да хәл итеү өсөн мосолман өммәһендә берҙәмлек һәм татыулыҡ булырға тейеш.
— Улар араһында тотороҡлолоҡ юғалды, ярышыу, дәғүәселек башланды, берләшеү теләге юҡ. Быларҙың барыһы ла тарҡалыуға килтерә һәм радикалдар өсөн ҡулай. Мосолман лидерҙары араһында татыулыҡ өсөн шарттар булдырыу зарур, — тип белдерҙе ул.
Михаил Бабич әйтеүенсә, барлыҡ проблемалар буйынса ла эш төркөмдәре ойоштороласаҡ.