Министр һыйыр һауа беләме?23.05.2013
Республикала йәштәрҙең иғтибарын эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған “Чиновник һөнәрен үҙгәртә” акцияһында Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың штукатур-малярҙар менән бергә обой йәбештереүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
Башҡа министрҙарға килгәндә, республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә токарь станогы артына баҫты, уға ярҙамға 6-сы разрядлы токарь Михаил Козлов килде. Улар Су-30 хәрби самолеты двигателе өсөн деталь эшләү менән мәшғүл булды.
– Унынсы класта уҡығанда хеҙмәт дәресендә ошо һөнәр үҙенсәлектәрен төшөндөк, “Гидравлика” заводында практика үтергә лә тура килгәйне. Йыл аҙағында беҙгә “2-се разрядлы токарь” танытмаһын бирҙеләр. Был һөнәр аҙмы-күпме таныш булғанға, ошо заводҡа килергә, иҫтәлектәрҙе яңыртырға ниәтләнем. Баҡһаң, белгәнең онотолмай икән. Ғөмүмән, үҙ ғүмеремдә миңә төрлө һөнәр эйәһе булырға тура килде. Шуға күрә, әгәр йәштәрҙе эшсе һөнәрҙәргә ылыҡтырыу талап ителә икән, мин үҙ миҫалымда уларҙың үҙенсәлеген күрһәтергә әҙермен. Һәр эштең, әлбиттә, нескәлектәре бар, әммә яуаплы булһаң, бурысыңа етди ҡараһаң, барыһы ла килеп сыға, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Андрей Иванович.
Әйткәндәй, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе – туғыҙ тиҫтә йылға яҡын тарихы булған, заманға ярашлы, Рәсәйҙәге сифатлы авиатехника, турбина энергетикаһы продукцияһы етештергән иң ҙур предприятиеларҙың береһе.
Андрей Иванюта завод етәкселеге, эшселәр менән аралашҡандан һуң, автограф ҡалдырып, төп эш урынына йүнәлде.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев иһә “Өфө икмәге” предприятиеһында көс түкте. Ул 4-се мейес конвейерынан сыҡҡан икмәкте магазиндарға оҙатыу өсөн махсус тартмаға теҙеү менән мәшғүл булды. Өфөләр яратып һатып алған “Черниковский” икмәген бында тәүлегенә 12 тонна етештерәләр. Уны арыш менән бойҙай онон ҡушып бешерәләр.
– Эш ябай һәм тәмле, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Георгий Анатольевич хуш еҫле ризыҡты теҙгән арала. – Медицина тармағын беләм, шуға күрә башҡа өлкә ҡыҙыҡһындырҙы. Икмәк яратам, әммә икмәк комбинатын әлегәсә күргәнем юҡ ине.
Әйткәндәй, икмәк бешереүсе, кондитер һөнәрҙәренә хеҙмәт баҙарында ихтыяж ҙур. “Өфө икмәге” предприятиеһы етәкселеге белдереүенсә, улар килешеү нигеҙендә ҡайһы бер юғары һәм урта белем биргән уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә, йәш белгестәрҙе эшкә саҡыра.
Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко иһә үҙенә таныш тармаҡты һайлаған. Мәғлүм булыуынса, ул бөгөн данлыҡлы “Алексеевский” совхозында һыйыр һауасаҡ. Киләһе аҙнала республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин балта оҫтаһы булып эшләп ҡараясаҡ.