Йөҙ йыллыҡ мәктәп һәм 100-сө ферма23.05.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Күгәрсен районында булды.
Исем ауылындағы яңыртылған урта мәктәптә республика етәксеһе башҡарылған эште юғары баһаланы.
— Эш бик яҡшы, сифатлы башҡарылған. Афарин! — тине Рөстәм Хәмитов кластарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң.
Уҡыу йорто директоры Татьяна Кузнецова әйтеүенсә, мәктәптә 1968 йылдан төҙөкләндереү үткәрелмәгән. Стеналар һәм тәҙрәләр иҫкергәнгә күрә, ҡышын кластарҙа һыуыҡ. Спорт майҙансығы ла мәктәп биләмәһенән ситтә урынлашҡан.
Хәҙер балаларҙың спорт залы бар, элекке интернат урынында заманса ашхана, башланғыс мәктәп барлыҡҡа килгән. Исемдә райондың ете ауылынан 147 бала белем ала. Дәрескә уларҙы мәктәп автобусы йөрөтә. Транспорт өсөн махсус гараж һалынған.
— Бөтөн эш балалар хаҡына башҡарыла. Улар яңы белем усағынан ҡәнәғәт ҡалыр, моғайын. Хатта Өфө мәктәптәренең ҡайһы берҙәре Исемдәгенән ҡалыша, — тине Башҡортостан Президенты.
Киләһе йыл уҡыу йорто үҙенең 100 йыллығын билдәләй. Татьяна Кузнецова республика Президентын ошо иҫтәлекле сараға саҡырҙы.
Артабан Рөстәм Хәмитов “Ергән” МТС-ының Исем ауылындағы һөтсөлөк фермаһы эше менән танышты. Ул “500 ферма” айырым маҡсатлы республика программаһына ярашлы төҙөлгән.
Бында 233 баш малға иҫәпләнгән комплекс һалынған, ашатыу, аҫрау өсөн шарттар ҡулай, һөтсөлөк блоктары, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр бар, яңы ҡорамалдар һатып алынған.
Рөстәм Хәмитов фермала сығарылған продукцияның үҙҡиммәте түбәнәйер тигән өмөт белдерҙе. Ул шулай уҡ сәсеү барышы, техника тәьминәте менән ҡыҙыҡһынды, “500 ферма” программаһын тормошҡа ашырыу дауам итәсәк, тип белдерҙе.
Ауыл хужалығы министры Николай Коваленко әйтеүенсә, быйыл ошо дәүләт программаһы ғәмәлгә индерелгәндән һуң йөҙөнсө ферманы асыу күҙаллана. Рөстәм Хәмитов был һөтсөлөк комплексына мотлаҡ килергә вәғәҙә итте.