Ленара Иванова: “Бер эштән дә ҡурҡмайым”22.05.2013
Ленара Иванова: “Бер эштән дә ҡурҡмайым”Халыҡ-ара эшһеҙлектән яҡлау көнө уңайынан Башҡортостандағы дәүләт власы вәкилдәренең илдең башҡа бер төбәгендә лә булмаған проектты тормошҡа ашырыуы, йәғни “Чиновник һөнәрен үҙгәртә” акцияһын башлап ебәреүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

Йәштәрҙең иғтибарын эшсе һөнәрҙәргә йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған сараның тәүге этабында дүрт министр ҡатнаша.
Кисә, мәҫәлән, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төҙөлөш майҙанында көс түкте: “Эре панелле йорттар төҙөү” йәмғиәтенең штукатур-малярҙары менән бергә обой йәбештерҙе.
…Министр иртәнге туғыҙҙа Өфөнөң Инорс биҫтәһендә, Баландин урамында төҙөлөп ятҡан яңы йорттар янында, эш кейемендә баҫып тора ине инде. Эшкәртеү-биҙәү участкаһы начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Евгения Ҡорамшина ҡағиҙәләрҙе төшөндөргәндән һуң, министр эш урынына йүнәлде.
15-се ҡатҡа йәйәү күтәреләбеҙ. Евгения Михайловна юл ыңғайы эш үҙенсәлектәрен барлай. Уның ҡул аҫтындағыларҙың һаны йөҙгә яҡын икән. Хеҙмәт еңелдән түгел: төрлө әйбер ташырға (бер подъезды тәртипкә килтереү өсөн 160-170 тонна материал талап ителә), фатирҙарҙы матурлағансы байтаҡ көс түгергә тура килә. Шуныһы үҙенсәлекле: компанияла гастарбайтерҙар бөтөнләй юҡ, эшсе көс – урындағы халыҡ.
– Беҙҙә оҙаҡ эшләгәндәр бихисап. Элек урта профессиональ белем биреү йорттарын тамамлаған ҡыҙҙар һәм егеттәр күпләп килә ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ундай учреждениелар ҡалманы. Беҙҙең эшселәр араһында тәжрибәле, уңған оҫталар күп – йәштәрҙе өйрәтеүҙән ҡурҡмайбыҙ, тиҙ арала уртаҡ тел табабыҙ, – ти Евгения Михайловна.
Төҙөлөш участкаһында (ике бүлмәле фатир) ике эшсе обой йәбештереү менән мәшғүл ине. Уларға министр ҙа ҡушылды. Берҙәм бригада тиҙ арала стенаны матурлап та ҡуйҙы.
– Обой йәбештереү миңә яңылыҡ түгел. Ғөмүмән, һөнәрҙең насары юҡ, үҙемә килгәндә, бер эштән дә ҡурҡмайым. Тик һәр ғәмәлде еренә еткереп, сифатлы башҡарыу фарыз… – Обой йәбештергән арала Ленара Хәким ҡыҙы журналистар һәм ярҙамсылары менән дә аралашырға өлгөрә.
Ойошмала Йәүһәриә Дәүләтшина – 20, Резеда Насибуллина 13 йыл эшләй икән. Икеһе лә ҡәнәғәт: ҡулдарынан килгән, күңелдәре ятҡан шөғөл менән булалар, тотороҡло эш хаҡы алалар (уртаса 22 — 28 мең һум).
– Штукатур-маляр һөнәренә хеҙмәт баҙарында ихтыяж ҙур. Йәштәр әллә ҡайҙан эш эҙләгәнсе, ошондай лайыҡлы шарттар тәҡдим иткән предприятиеларға ылыҡһын ине, – тине Ленара Хәким ҡыҙы акция аҙағында һәм саранан ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе.


Вернуться назад