Һөҙөмтәле үҫеш теләйбеҙ22.05.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Баден-Вюртемберг ерендәге Карлсруэ ҡалаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Вольфганг Гренке менән осрашты.

Гренке әфәнде — Башҡортостанда тәүге тапҡыр. Сәфәр барышында республикабыҙҙың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселеге менән осрашыу, “Газ. Нефть. Технологиялар-2013” күргәҙмәһенә барыу, “Euromoney” инвестиция форумында ҡатнашыу күҙҙә тотола. Гренке әфәнде әйтеүенсә, Башҡортостанға Карлсруэның Сауҙа-сәнәғәт палатаһы делегацияһы танышыу маҡсатында ғына килгән, әммә уҙғарыласаҡ сараларға ярашлы ҡунаҡтар аныҡ хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен дә тикшерергә иҫәп тота.
Баден-Вюртемберг республика өсөн иң элек юғары технологиялы эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән ҡыҙыҡлы.
— Һеҙҙә бизнестың уңышлы эшләүе хаҡында беләбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Киләсәктә Башҡортостанда ла эшҡыуарлыҡтың һөҙөмтәле булыуын теләйбеҙ. Бының өсөн күп нәмәгә өйрәнергә, байтаҡ эш башҡарырға кәрәк.
Башҡортостан менән Баден-Вюртемберг араһында төрлө тармаҡтарҙа, иң элек, сәнәғәттә, туризмда һәм фәнни-техник өлкәләрҙә үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек яйға һалыныуы мөмкин, тигән ышаныс белдерҙе Башҡортостан Президенты. Был эште сауҙа-сәнәғәт палаталары көйләй ала.
Гренке әфәнде әйтеүенсә, Карлсруэның Сауҙа-сәнәғәт палатаһына 65 мең ойошма һәм эшҡыуар инә, шуларҙың күбеһе — бәләкәй һәм уртаса предприятиелар.
— Беҙҙең сәнәғәт һәм технологиялар тармағы Башҡортостан өсөн яҡшы партнер буласаҡ, — тине делегация етәксеһе.


Вернуться назад