Уллыҡҡа бала алһаң — 100 мең һум!21.05.2013
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумының сираттағы ултырышында өс тиҫтәгә яҡын мәсьәлә ҡаралды, пленар ултырыштың көн тәртибе раҫланды.
Унда Башҡортостан Хөкүмәте республиканың маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыу барышы тураһында отчет менән сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил дә уҙған йылда төбәктә бала хоҡуҡтарының нисек бойомға ашырылыуы тураһында доклад тәҡдим итәсәк.
Республиканың суд участкаларына туғыҙ мировой судья кандидатураһы тәҡдим ителәсәк. Был юлы закон булараҡ бер юлы 15-ләп закон проекты ҡабул ителер тип көтөлә. Улар буйынса республикала шәхси медицина эшмәкәрлеген көйләү, йәмәғәт хәүефһеҙлеге һәм тәртип һаҡлау өлкәһендә, Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни аманаты, янғын хәүефһеҙлеге, бәлиғ булмаған балалар комиссиялары, республика халҡы һаулығын һаҡлау тураһындағы һәм башҡа закондарға үҙгәрештәр индереү күҙаллана.
Башҡортостанда етем балаларҙы уллыҡҡа алыусыларға бер тапҡыр түләй торған аҡса күләме лә артасаҡ. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау комитеты рәйесе Альбина Буранғолова әйтеүенсә, бынан ары ул 100 мең һумға етәсәк. Был туралағы законды ла депутаттар пленар ултырышта ҡабул итер тип көтөлә.