“Башҡортостан Республикаһының 2012 йылға бюджеты тураһында” ҡануниәт буйынса эш тамамланыуға табан бара. Әле депутаттар һәм закон сығарыу башланғысы менән сығыш яһаусылар уны ҡабул итеүгә әҙерләй. Парламенттың Бюджет, һалымдар, финанстар һәм милек мәсьәләләре буйынса комитеты ла кисәге ултырышын ошо маҡсатҡа арнаны.
Киләһе йылға ҡаҙна шул яғы менән үҙенсәлекле: унда Башҡортостандың 2020 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеше стратегияһын, 2011 — 2015 йылдарҙа республиканың Көньяҡ Урал төбәген иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһын, төньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы планын, шулай уҡ “Халыҡ ҡаҙнаһы”на бәйле муниципаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҡағылышлы сығымдар иҫәпкә алына.
Ҡаҙна документындағы ҡайһы бер күрһәткестәр үҙгәреш кисергән, әммә унда социаль йүнәлештең өҫтөнлөгө һаҡланасағын ышаныслы әйтергә мөмкин. Килемдәр — 91,5 миллиард, сығымдар 106,5 миллиард һум күләмендә билдәләнгән, тимәк, бюджет дефициты 15 миллиард һум самаһы буласаҡ.
Ултырышта шулай уҡ республиканың 2012 йылға һәм 2014 йылға тиклемге осорға социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау проектына үҙгәрештәр индереү ҡаралды һәм хупланды. “Башҡортостандың мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса территориаль фондының 2012 йылға бюджеты тураһында” ҡануниәт проекты хаҡында фекер алышыу ҙа ҡыҙыу барҙы. Сара һуңында республиканың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасов үҙ тармағы буйынса ҡануниәткә индерелергә тейешле үҙгәрештәр менән таныштырҙы.
Даян МӘЖИТОВ