Дәүләт комитеты төҙөлдө17.05.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Илдар Замалетдиновты Башҡортостандың Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Замалетдинов Илдар Ғәҙелйән улы 1958 йылда Ейәнсура районында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтында белем алған. 2008 йылдан әлегә тиклем республиканың Дәүләт торлаҡ инспекцияһы начальнигы, баш дәүләт торлаҡ инспекторы булып эшләгән.

* * *
Башҡортостан Президентының икенсе Указы менән республикалағы Дәүләт торлаҡ инспекцияһы Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты итеп үҙгәртелде.


Вернуться назад