Ҡытай менән бәйләнеш нығый17.05.2013
12–15 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Волга буйы федераль округы делегацияһы составында Ҡытай Халыҡ Республикаһында булып ҡайтты.

Сәфәр барышында Ҡытай Дәүләт советы ағзаһы Ян Цзечи, Хубэй провинцияһы губернаторы Ван Гошен, Үҫеш һәм реформа буйынса дәүләт комитеты етәкселеге, эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте. Делегация ағзалары Ҡытайҙағы иң ҙур предприятиеларҙың эше менән танышты, шулай уҡ Японияға ҡаршы һуғышта 1938 йылда Ҡытайҙы һаҡлап һәләк булған совет яугирҙәрен иҫкә алды.
Ухань ҡалаһында Волга буйы федераль округы делегацияһы, Аньхой, Сычуань, Хубэй, Хунань, Цзянси провинциялары, Чунцин һәм Ухань ҡалалары вәкилдәре ҡатнашлығында төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылды. Уның барышында Янцзы йылғаһының үрге һәм урта ағымындағы төбәктәр менән Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы протоколға ҡул ҡуйылды. Рөстәм Хәмитов үҙенең сығышында Башҡортостан Республикаһы менән таныштырҙы, үҙ-ара ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған өлкәләргә ентекле туҡталды.


Вернуться назад