Юрист кәңәштәре17.05.2013
Өләсәйем яҡынмы?
— Рәсәй ҡануниәтендә граждандар араһында мөнәсәбәттәрҙе хәл иткәндә яҡын һәм алыҫ туғанлыҡ тигән төшөнсә барлығын беләм. Ә өләсәй ейәне өсөн кем булып иҫәпләнә? Яҡын туғанмы, әллә алыҫмы? Өләсәйем миңә фатирын бүләк итергә йыйына — был осраҡта һалым түләү кәрәкме?
Илдар. Сибай ҡалаһы.
— Рәсәй Һалым кодексының 217-се статьяһының 18.1 бүлегенә ярашлы, бүләк итеүсе һәм бүләкте алыусы ғаилә ағзалары йәки яҡын туғандар булған осраҡта, килемгә һалым һалынмай. Рәсәйҙең Ғаилә кодексы буйынса, ирле-ҡатынлы, ата-әсә һәм балалар, шул иҫәптән уллыҡҡа алыусы һәм алыныусылар, олатай-өләсәй һәм ейәндәр, тулы һәм тулы булмаған туғандар (бер ата йәки бер әсә балалары), ағалы-һеңлеләр яҡын туғандар булып иҫәпләнә. Тимәк, өләсәй — ейәненә яҡын туған, һәм милек бүләк иткәндә һалым алынмай.
Нотариустар менән һөйләшеп ҡарағыҙ
— Мин — атай-әсәйемдең берҙән-бер балаһы. Яңыраҡ улар вафат булды, васыятнамә буйынса йорт миңә ҡалды. Тиҙ генә уны үҙемдең исемгә теркәтеп, оҙаҡҡа сит илгә китергә кәрәк. Мираҫты ҡабул итеүсе булараҡ, милеккә хоҡуҡ тураһындағы танытманы алты ай үтмәҫ элек ала аламмы? Йортҡа минән башҡа бер кем дә дәғүә итмәй, туғандар юҡ. Был осраҡта башҡа вариҫтар булмағанлығы нисек иҫбатлана?
Искәндәр. Өфө ҡалаһы.
— Ҡануниәт мираҫты ҡабул итеп алыу өсөн алты ай ваҡыт билдәләгән. Башҡа вариҫтарҙың булмауын дәлилләү һеҙҙең бурыс түгел — улар үҙҙәре ошо ваҡытта мираҫҡа дәғүә итергә тейеш. Әгәр ярты йыл эсендә өлгөрмәһәләр, уларға үҙ хоҡуҡтарын суд аша яҡларға тура киләсәк. Шулай ҙа, Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 1163-сө статьяһында әйтелеүенсә, мираҫты алты айҙан иртәрәк тә алырға мөмкин. Бының өсөн бары тик бүтән вариҫтарҙың юҡлығын дәлилләргә кәрәк. Бик ауыр мәсьәлә булғанлыҡтан, нотариустар был аҙымды яҡлап бармай. Башҡа вариҫтарҙың юҡлығын иҫбат итеү өсөн ауыл Советынан йәки ЖЭУ-нан белешмә килтерергә кәрәк. Ҡануниәттә мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн асыҡлау буйынса шарттар билдәләнмәгән, шулай булғас, уның ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүен нотариус үҙ яуаплылығына ала.