Күҙәтеүселәрҙең дәғүәһе юҡ21.12.2011
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына һайлау барышын үҙебеҙҙән 500 мең самаһы кеше һәм сит илдәрҙән 600-ҙән ашыу вәкил күҙәтте. Тауыш биреүселәр һаны буйынса илдә иң ҙурҙарҙың береһе булған Башҡортостанда ете мең тирәһе, шул иҫәптән 15 халыҡ-ара, күҙәтеүсе эшләне. Ҡунаҡтарҙың барыһы ла республикала һайлауҙың ғәҙел үтеүен, урындағы халыҡтың ихласлығын билдәләне.
Сит ил күҙәтеүселәре Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары, төрлө партия вәкилдәре, тауыш биреүселәр, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, ҡайһы бер участкаларҙы тикшерҙе. Мәҫәлән, Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошманың (ОБСЕ) Демократик институттар һәм кеше хоҡуҡтары бюроһы (БДИПЧ) вәкилдәре Джозеф Ллойд Уоралл менән Довиль Стокевикуиттэ беҙҙең төбәктәге хәлдәрҙе ай буйы өйрәнде.
Ҡала һәм райондарҙағы һайлау комиссияларының эшен тикшергәндә улар тауыш биреүгә әҙерлектең юғары кимәлдә алып барылыуын билдәләне. «Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларының урындағы ойоштороусылар менән осрашып тороуы, тәҡдим һәм кәңәштәр биреүе ҙур әһәмиәткә эйә», – тине халыҡ-ара күҙәтеүселәр. Әйткәндәй, кампания барған өс ай эсендә республика комиссияһы вәкилдәре 30-ҙан ашыу район һәм ҡалала булып өлгөрҙө.
Сит илдән махсус миссия менән килеүселәрҙе тауыш биреү бюллетендәрен эшкәртеүсе электрон ҡорамалдар айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы. Комплекстарҙың барыһы ла көйлө эшләне, уларға ҡарата бер ниндәй ҙә дәғүә булманы. Финляндиянан килгән күҙәтеүсе Йохан Бэкмандың фекеренсә, был аппараттар – Европа өсөн яҡшы яңылыҡ.
Өфөлә сит ил вәкилдәре 12 һайлау участкаһын ҡараны, тауыш биреүселәр, партияларҙан тәғәйенләнгән күҙәтеүселәр менән аралашты, бюллетендәрҙе эшкәртеү барышына иғтибар итте. Һайлауҙан бер көн алда баш ҡаланың Киров районындағы тауыш биреү участкаһында халыҡ-ара күҙәтеүселәр комиссияның милли, сәйәси һәм гендер составы менән ҡыҙыҡһынды.
«Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы эште дөрөҫ, теүәл ойошторған. Бында етди етешһеҙлектәр тапманыҡ, күҙәтеүселәрҙән дәғүә ишетмәнек. Мәскәүгә һәм Хельсинкиға һәйбәт кәйеф менән осабыҙ», – тине «Граждандар контроле» ойошмаһы ағзаһы Станислав Карпов. Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе исеменән күҙәтеүсе, Ҡаҙағстан вәкиле Жамансары Макашев беҙҙең ветерандарҙың әүҙемлегенә ғәжәпләнеүен белдерҙе. «Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының республика госпиталендә һайлау участкаһы асыу тантанаһы бик матур үтте, – тине ул. – Бында 94 йәшлек ветеранға һәм 18 йәшлек егеткә бүләк тапшырыуҙа кешеләргә йылы мөнәсәбәт өлгөһөн күрҙем. Бүтән урында ундай йола барлығы тураһында ишеткәнем дә юҡ».
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күҙәтеүселәр менән дуҫтарса мөнәсәбәт барлыҡҡа килеүен билдәләне. Джозеф Ллойд Уоралл менән Довиль Стокевикуиттэ 4 марттағы һайлау алдынан Башҡортостанға тағы ла юлланырға хыяллана икән, сөнки төбәк менән яҡынданыраҡ танышҡылары килә. Йохан Бэкмен иһә беҙҙә һайлауҙың ғәҙел, барлыҡ ҡанундарға ярашлы үтеүе тураһында Мәскәүҙә интервью бирҙе.
Я. УСМАНОВ.


Вернуться назад