Хоҡуҡ боҙоуға юл ҡуйылмаһын16.05.2013
"Башҡортостан Республикаһының һайлау һәм референдум тураһындағы айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү хаҡында"ғы Башҡортостан Республикаһы Законын ҡабул итеү федераль ҡануниәттәге яңылыҡтарға бәйле. Рәсәй төбәктәрендәге юғары вазифалы кешеләрҙе туранан-тура һайлау институты ғәмәлгә индерелгәнгә күрә, республика Законында ҡулланылған терминдар үҙгәрҙе. Яңы Закон референдум участкаларын ойоштороу тәртибен асыҡлай. Һайлау һәм референдум участкаларының билдәле бер биләмәлә үткәрелгән бөтә һайлауҙар, шулай уҡ референдумдар өсөн берҙәм булыуы тураһындағы норма ғәмәлгә индерелә. Федераль ҡануниәткә ярашлы, тауыш биреүҙе һәм бюллетендәрҙе тикшереүҙе тәьмин итеү буйынса берҙәм участка комиссиялары төҙөлә. Яңы Закон "Һайлау" автоматлаштырылған дәүләт системаһына Башҡортостандағы референдумда тауыш биреү йомғаҡтары тураһындағы мәғлүмәтте индереү тәртибен аныҡлай.
Федераль закон нормалары менән яраштырыу маҡсатында "Халыҡ художество кәсептәре тураһында"ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индерелде.
Документ "халыҡ художество кәсебенең художество-стиль үҙенсәлектәре" төшөнсәһен аныҡлай. Яңы положениеға ярашлы, билдәле бер халыҡ художество кәсебенең художество-стиль үҙенсәлектәрен файҙаланып эшләнгән, әммә әүәлдән ошо ерлеккә хас булмаған әйберҙәр етештереү бындай кәсеп төрөнә индерелә алмай.
22 апрелдә "Башҡортостан Республикаһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында"ғы республика Законы көсөнә инде. Уны ҡабул итеү федераль ҡануниәттәге яңылыҡтарға бәйле. 2012 йылдың 3 декабрендәге "Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советын ойоштороу тәртибе тураһында"ғы Федераль закон менән Федерация Советы ағзаһына яңы талаптар ҡуйыла, Рәсәй Федерацияһы төбәгендәге дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма органынан Федерация Советы ағзаһына вәкәләттәр йөкмәтеү тәртибе үҙгәртелә. Ошоға ярашлы Федерация Советы ағзаһы вәкәләттәре субъект һайлаусыларының ихтыяры нигеҙендә Рәсәй төбәгендәге дәүләт власының яңы саҡырылыш закондар сығарыу (вәкиллекле) органы һәм яңы һайланған юғары вазифалы кеше тарафынан бирелә.
Төбәктәге закондар сығарыу органы депутаттары иҫәбенән булған кандидатураны ошо орган рәйесе, депутаттар фракцияһы йәки төркөмө ҡарауға индерә. Бынан тыш, төбәктең юғары вазифалы кешеһен һайлағанда ошо вазифаға һәр кандидат Рәсәй субъектындағы башҡарма органдан Федерация Советы ағзалығына өс кандидатура тәҡдим итә. Яңы Закон үрҙә билдәләнгән үҙгәрештәрҙе сағылдыра. Мәҫәлән, "Федерация Советы ағзаһын һайлау" тигән термин "Федерация Советы ағзаһына вәкәләттәр йөкмәтеү" термины менән алмаштырыла.
2013 йылдың 1 ғинуарына Фонд иҫәбендә файҙаланылмаған федераль аҡсаның ҡалыуын иҫәпкә алып, "2013 йылға һәм 2014, 2015 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһының Мотлаҡ медицина страховкаһы территориаль фонды бюджеты тураһында"ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индерелде. Яңы Закон медицина хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған компенсацияны финанс йәһәтенән тәьмин итеү тураһындағы статья менән тулыландырылған. Рәсәй Финанс министрлығының фарманына ярашлы бюджет классификацияһы кодтары буйынса ла ҡайһы бер үҙгәрештәр бар. Фонд бюджетының сығым өлөшөнә, шул иҫәптән медицина ярҙамы стандартын ғәмәлгә индереү, амбулатор медицина ярҙамын яҡшыртыу йәһәтенән 2011–2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу, медицина хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләү буйынса яңылыҡтар ҡарала. Бынан тыш, айырым маҡсатлы статьяларҙа, сығым төрҙәрендә үҙгәрештәр бар.
"Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районындағы Үреш-Битулла ауыл Советының административ үҙәген күсереү тураһында"ғы Башҡортостан Законы көсөнә инде.
Яңы документҡа ярашлы, ошо ауыл Советының административ үҙәге Мерәсем ауылына күсерелде. Бындай ҡарар биләмә Советына ингән барлыҡ ауылдар халҡының теләге буйынса ҡабул ителде.
"Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында"ғы Закон рәсми баҫылып сыҡты. Ул муниципаль торлаҡ контроле органдары эшмәкәрлеген ойоштороу йәһәтенән федераль ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәргә бәйле. Федераль закондарҙа билдәләнеүенсә, төбәк закондары менән ҡайһы бер осраҡтарҙа урындағы үҙидараның вазифалы кешеләре муниципаль контролде тормошҡа ашырғанда административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында протоколдар төҙөргә хоҡуҡлы. Бындай хоҡуҡ Башҡортостандың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексы менән раҫлана (15.1-се статьяның 9-сы өлөшө). Яңы документ ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар һәм граждандар торлаҡ мөнәсәбәттәре өлкәһендәге мотлаҡ талаптарҙы үтәгәндә муниципаль торлаҡ контроле бурысын тормошҡа ашырған урындағы үҙидара органдарының вазифалы кешеләренә административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы протокол төҙөү вәкәләттәрен йөкмәтә.
(Аҙағы. Башы 92-се һанда).