20 декабрҙә Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Нина Кузьмина менән осрашты, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Профсоюз лидеры Өфөгә “Төбәк һәм муниципаль кимәлдә “Лайыҡлы хеҙмәт” халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы концепцияһын тормошҡа ашырыу” форумында ҡатнашыу өсөн килгән.
— Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы киләһе өс йылда “Лайыҡлы хеҙмәт” Дөйөм Рәсәй концепцияһын эшләү бурысын ҡуя, — тине Нина Кузьмина. — Ә Башҡортостан Рәсәйҙә ошо концепция тормошҡа ашырыла башлаған тәүге төбәк булды. Был – беҙҙең өсөн бик ҡиммәтле тәжрибә.
Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов ҡатнашҡан осрашыу барышында шулай уҡ яңы эш урындары булдырыу, хеҙмәт хаҡы буйынса бурысты бөтөрөү мәсьәләләре тикшерелде.
— Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика предприятиеларында һәм ойошмаларында хеҙмәт хаҡы буйынса бурысты бөтөрөү һәм эш хаҡын йыл һайын кәмендә 15 процентҡа арттырыуға өлгәшеү мәсьәләләрен күтәрҙе, — тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов. — Беҙ уларҙы даими контролдә тотабыҙ. Быйыл бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы ике тапҡыр арттырылды, башҡа матди ярҙам саралары ла тормошҡа ашырыла.
Осрашыуҙа эшселәрҙе һәм уларҙың балаларын һауыҡтырыу, ялды ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды. Нина Кузьмина, Профсоюздар федерацияһының күптән түгел булып үткән ултырышында Башҡортостан Республикаһы балаларҙың ялы өлкәһендәге ыңғай тәжрибәне һаҡлап ҡалған төбәктәрҙең береһе булараҡ билдәләнде, тине.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.