Ремонттан һуң 30 йыл үтте15.05.2013
Ошо көндәрҙә Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт башланғысында ҡабул итеү бүлмәһе белгестәре Федоровка районындағы Гончаровка һәм Дедов ауылдарында булды. Урындағы халыҡты нимә борсой?

Ҡабул итеү барышында 60 мөрәжәғәт ҡаралды. Кешеләр Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Пенсия фонды, прокуратура вәкилдәренә, юристарға һорау бирҙе.
Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе пенсия мәсьәләләренә ҡағылды. Күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, фронтовиктарҙың тол ҡатындарына, ветерандарға льготалар менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа байтаҡ булды. Бынан тыш, хеҙмәт ҡануниәтен боҙоуға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә хеҙмәтте тейешенсә күрһәтмәү, Рәсәй гражданлығы биреү, етем балаларға торлаҡ бүлеү, хосусилаштырыуға ҡағылышлы һорауҙар менән килделәр. Баланы уллыҡҡа алған ҡатын Мәғариф министрлығы бүлгән аҡсаны фатирҙы йүнәтеүгә тотона алыу-алмауы менән ҡыҙыҡһынды. Улы армияла һәләк булған әсә компенсация юллай. Дедов ауылындағы күп фатирлы йортта йәшәүселәр торлаҡты төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һорай. Асыҡланыуынса, йортта ремонт 30 йыл элек үткәрелгән. Ауыл халҡын шулай уҡ Дедов менән Ишбүләк ауылдары араһындағы юлға ҡасан асфальт түшәләсәге борсой.
Һорауҙар буйынса юридик аңлатма бирелде. Бер нисә мөрәжәғәт белгестәр тарафынан контролгә алынды.


Вернуться назад