Республикабыҙ — иҡтисади йәһәттән хәүефһеҙ төбәк21.12.2011
2010 — 2011 йылдарҙа Рәсәй төбәктәренең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһе рейтингында Башҡортостан “Минималь хәүеф” номинацияһында беренсе урынды яуланы. “Эксперт РА” рейтинг агентлығының мәғлүмәттәре ошо хаҡта һөйләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: 2010 йыл йомғаҡтары буйынса республика ошо агентлыҡтың рейтингында “Инвестиция һалыуҙа минималь иҡтисади хәүеф” номинацияһында ла беренсе урынды алғайны.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад